Бөрйән молдованы

Тулыраҡ: Бөрйән молдованы

Совет осоронда йәштәр киң илебеҙҙең төрлө тарафтарына юлланып эшләне. Башҡортостандан алыҫ араларға китеүселәр күп булһа, беҙгә килеүселәр ҙә етәрлек ине. Мәҫәлән, Молдавиянан килгән украин Михаил Грецу Бөрйән районында төпләнеп, донъя көтә. Ул башҡорт ҡыҙына һәм Башҡортостан тәбиғәтенә ғашиҡ булған. Әтек ауылында Молдавиянан килгән украин кешеһенең башҡортса һөйләшәүенә хәҙер инде бер кем дә аптырамай. Михаил Грецу хатта дәресте лә саф башҡортса алып бара. Ваҡытында ул Молдавияла тыуып үҫә, Калининградта хеҙмәт иткәндән һуң, Өфөгә килә һәм Башҡортостанда ҡалырға ҡарар итә.Бөрйән районының төпкөл ауылдарының береһенә күсенергә иң беренсе башҡорт ҡыҙына мөхәббәт сәбәбсе була. Мәйсәрә менән Михаилды, ҡыҙҙың ағаһы таныштыра. Улар совет осоронда бергә хеҙмәт итә. Тәүҙә йәштәр туғандары башҡа милләт кешеһен ҡабул итмәҫ тип ҡурҡа. Әммә, борсолоуҙар юҡҡа була. Михаил Грецу Әтек ауылына күскәндән һуң, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә, аш-һыуҙарын да үҙ итә. Бөрйән молдованы һуңғы тапҡыр тыуған яғында 5 йыл элек була. Ул, әлбиттә, яҡындарын һағыныуын йәшермәй.Әтек халҡы уны күптән үҙ иткән. Хатта, йорт һалғанда ла бөтә ауыл ярҙам итә. Ә ҡайныһы балта, салғы тоторға, сүкергә, үткерләргә өйрәтә. Грецу ғаиләһе өс балаға ғүмер бүләк итә. Хәҙер, улар үҙ юлдарын тапҡан. Тырыш ғаиләнең хужалығы ла ишле, кәртә-ҡура тултырып мал үҫтерә. Улар башҡа ғаиләләргә өлгө лә булып тора.