Йәрәхәтләнеүселәргә ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтелмәүе лә күңелһеҙ статистиканы арттыра. Ҡотҡарыусылар һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренең берлектәге эшмәкәрлеге кеше ғүмерен һаҡларға ярҙам итә. Бөгөн Өфөлә ҡотҡарыусылар юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ярышта көс һынаша. Автомобиль аварияға эләккәндән һуң уның бөтә ишектәре лә бикләнгән, эсендәге кешеләр ауыр тән йәрәхәттәре алған. Күнекмә сценарийы буйынса 4 кешенән торған ҡотҡарыу бригадаһы уларҙы тиҙ арала сығарып табиптар ҡулына тапшырырға тейеш. Ярыш шарттары буйынса аварияға элләккән автомобиль эсендә ике кеше. Водителдең умыртҡа һөйәге һәм ҡулы йәрәхәтләнгән, пассажирҙың аяғы һынған. Ҡотҡарыусылар кларҙы тиҙ арала.22-се һанлы ҡотҡарыу хеҙмәтенән ҡотҡарыусы – водитель Алмаз Чанышевҡа ысын операцияларҙа йыш ҡатнашырға тура килә. Бөгөн уның командаһы конкурс гшарттарын 22 минут эсендә башҡарып сыҡһа, ысын аварияла ул күпкә тиҙерәк бара.Ҡотҡарыусылар бәйгеһендә республика район ҡалаларынан 7 команда көс һынаша, улар зона этәбында еңеүселәр. Ә иң көслө команда республика данын Бөтә Рәсәй ярыштарында яҡлаясаҡ.Ҡотҡарыусыларҙың һәр 4-се операцияһы авариялар менән бәйле. Бигерәк тә яҙлы – көҙлө ҡатмарлы һауа шарттарында бындай фажиғәләр күбәйә. Бындай бәйгеләр иң яҡшы ҡотҡарыусыларҙы асыҡлау менән бер рәттән кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу сараларын да шымарта.
Республика юлдарында авариялар йылдан-йыл арта һәм уларҙа һәләк булыусылар күбәйә
Тулыраҡ: Республика юлдарында авариялар йылдан-йыл арта һәм уларҙа һәләк булыусылар күбәйә