Финанс ойошмалар үҙҙәренең клиенттары- кредит алыусыларҙың ниндәй тормош алып барыуын социаль селтәрҙәр аша тикшереп барасаҡ. Мәҫәлән, кешенең фотоһүрәттәрен, төркөмдәрен анализлап, уға кредит биреү – бирмәү хәл ителәсәк. Биҙәнеү кәрәк-яраҡтары менән сауҙа иткән селтәрле маркетингта ҡатнашыусылар, тиҙ кредиттар йәки коллекторҙарға ҡаршы төркөмдәрҙә ултырыусыларға кредит бирелмәүе ихтимал. Ә бына позитив фотоһүрәттәр, мәҫәлән, кешенең теге йәки был сәйәхәттән фотоһүрәттәре банктарҙа уға ҡарата ышаныс тыуҙыра. Бындай клиенттар кредит ризалығына иҫәп тота ала. Социаль селтәрҙәр аша буласаҡ клиентты танып белеү тәжрибәһе көнбайыш банктарында электән ҡулланыла.
Социаль селтәрҙәр менән банктар ҙа ҡыҙыҡһына
Тулыраҡ: Социаль селтәрҙәр менән банктар ҙа ҡыҙыҡһына