Америка континент-ара баллистик ракетаны һынап ҡараған. Оброна министрлығында кәрәккәндә Вашингтон атом ҡоралын да ҡулланырға әҙер тип белдергәндәр. Айырым политологтар фекеренсә, Ҡушма Штаттар бындай юл менән башҡа дәүләттәрҙе ҡурҡытырға ниәтләй.
Францияла Кале биҫтәһендә йәшәүселәр уларҙы күсерергә тип килгән полиция хеҙмәткәрҙәрен таш бәреп ҡаршы алды. Башлыса мигранттар йәшәгән был биҫтә үҙ инфраструктураһы булған ҡаласыҡҡа әйләнгән. Унда яҡынса 5 мең легаль булмаған ҡасаҡ йәшәй.
Ә бына Италияла 93 мигрантты икмәк тоҙ менән тигәндәй ҡаршы алдылар. Сүриәнән 24 ғаилә ҡасаҡтар өсөн имен коридор ойоштороу программаһы сиктәрендә килгән Римға. Был программаны Италия Хөкүмәте дини һәм хәйриә ойошмалары менән берлектә ғәмәлгә ашыра.
Германияның Нойбрандендург ҡалаһы судында Освенциям концлагерының санитары, СС ағзаһы Губерт Зафке эше буйынса тыңлауҙар булырға тейеш ине. Ул бөйөк ватан һуғышы йылдарында меңләгән кешене үлтереүҙә ғәйепләнә. Нацист ҡан баҫымы юғары булыуға һылтанып судҡа килмәгән. Губерт Зафке 3 мең 681 кешене үлтереүҙә шикләнә.
Гавайҙағы Оаху утрауына 21 метрлыҡ тулҡындар ябырылған. Белгестәр әйтеүенсә, был тымыҡ океан төбәгенә Эль-Ниньоның йоғонтоһо көсәйеү менән аңлатыла. Эль ниньо күренеше Австралияла һәм Индонезияла йыйылған йылы һыуҙар Көньяҡ Америкаға күскәндә барлыҡҡа килә.