84-се йәшендә виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов донъя ҡуйҙы.Роберт Заһретдинов – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ һәм РБ мәғариф алдынғыһы, халыҡ-ара өзләү фестивалдәрендә еңеүсе, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсында биш тапҡыр лауреат исемен яулаусы. Роберт Абдрахман улы Заһретдинов Роберт Заһретдинов 1932 йылда Мәсетле районы Әзекәй ауылында тыуған. Свердловск педагогия институтының музыка факультетын тамамлай. Өфө педагогия училищеһында эшләй. Башҡорт халҡының ҡумыҙ музыка ҡоралын тергеҙә. Концерттар менән Германия, Италия, Монголия, Норвегия, Швейцария, Финляндияла сығыш яһай. Ҡумыҙ – башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Роберт Заһретдиновты һуңғы юлға оҙатыу иртәгә Башҡорт Дәүләт филармонияһында сәғәт 11-ҙә башлана.
Башҡортостан сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе
Тулыраҡ: Башҡортостан сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе