Салауат Юлаев Татарстандың Аҡ Барсын ҡабул итә. Юлаевсылар бөгөн дә еңһә, күрше республика командаһы төшөп ҡала. Әммә хоккей белгестәре Аҡ Барстың көсөн дөрөҫ баһаларға саҡыра. Сериялағы иҫәп әле 3 кә 1. Өскә ике булған осраҡта барстар бөтөнләй башҡа уйын күрһәтәсәк ти ике тапҡыр олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Борис Михайлов. Шуға ла юлаевсыларға бөгөн оборона ла бик иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Бөгөн һаҡсы Максим Гончаров уйнамаясаҡ. Үткән уйында ул Райан Уилсон менән һуғышып рәттән өс тапҡыр 10 минутлыҡ штраф алғайны.
Бөгөн хоккей
Тулыраҡ: Бөгөн хоккей