Силәбе ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыуҙа Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә

Тулыраҡ: Силәбе ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыуҙа Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә

Ошо йәһәттән күрше төбәк губернаторы Борис Дубровский бойороғо буйынса өлкә Хөкүмәтендә айырым эшсе төркөм дә булдырылды. Силәбеләрҙе Өфөләге халыҡ-ара форумға әҙерлек барышы, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, урынлаштырыу, әңгәмәләр уҙғарыу үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындыра. ШОС һәм БРИКС саммиттары Рәсәйҙә 2020-се йылда үтергә тейеш. Был юлы уны үткәреү өсөн тап Силәбе дәғүә итә лә инде. Күрше өлкә делегацияһы Өфөләге Конгресс Холл, ҡунаҡханалар, башҡа обьекттар менән ҡыҙыҡһынды. Силәбенең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, саммитарға әҙерләнеү буйынса төбәк ойоштороу комитетының яуаплы сәркәтибе Антон Бахаев әйтеүенсә, республика өлгөһө Силәбеләр өсөн айырым әһәмиәтле. 2020-се йылда ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнеү һәм уҙғарыу өсөн илле миллиард һум аҡса талап ителә. Силәбе ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий параничев һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр ҙә абруйлы форум урыны итеп Силәбе һайлана ҡалһа, күрше төбәк Башҡортостан предприятиелары менән дә килешеүҙәр төҙөргә әҙер.