Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә именлек сараларын көсәйтергә ҡушты һәм Ҡазандағы террор ғәмәлендә йәрәхәтләнеүселәргә Башҡортостан шифаханаларында реабилитация үтергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Кисә Ҡазандағы мәктәктәрҙең береһендә ике кеше уҡыусыларға, уҡытыусыларға ҡарап ут аса. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кәм тигәндә 8 кеше һәләк булған.