Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал

Тулыраҡ: Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтелде. Республика быйылғы туристик миҙгелгә лә әҙер торорға тейеш. Польшала сатраш уйынына бәйле хәҙер йыр бар. Ә бына уның тарихы Башҡортостан спортсыһына бәйле. Варшавалағы ярышта еңеп, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина еңеүенән һуң, поляктар үҙ ҡайғыһын хәҙер йыр менән йыуа. Тап Өфө вәкиле көсөргәнешле матчта үҙ исемен генә түгел, ә Рәсәй данын яуланы. Уйын барышында беҙҙең илдең флагын һәм билдәләрен алып ташлау ҙа, киреһенсә, еңеүгә ынтылышты көсәйтте генә. Был туралаБашҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Тамара Танһыҡҡужина белдерҙе. Хәҙер ул “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры. Ошо туралағы Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны. Республика етәксеһе ҡул ҡуйған икенсе документҡа ярашлы, Юрий Черток Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Тик рәхмәт һүҙҙәре менән бергә яңы бурыстар ҙа билдәләнә. Теүәл ике аҙнанан Башҡортостанда яңы Указ донъя күрәсәк. Радий Хәбиров Хөкүмәткә Башҡортостанда шашка уйыны буйынса халыҡ-ара турнир уҙғарырға, сатраш мәктәптәрен тергеҙергә бойорҙо. Яңылыҡтар бының менән генә бөтмәй. Пандемия шарттарында ирекмәнлек бурысын үтәп, вафат булған Радик Әсфәндийәров ғаиләһен хөкүмәт үҙ ҡанаты аҫтына ала. Башҡортостан ауылдарына газ селтәрен һуҙыуға айырым иғтибар. Был турала ил етәксеһе Владимир Путин федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе барышында белдергәйне. Бурыстар ваҡытында үтәлергә тейеш. Тағы бер социаль мәсьәлә – ул халыҡ һаулығын һаҡлау. Диспансеризацияға мөмкин тиклем етди ҡараш булырға тейеш. Беренсе июлдән тап ошо кампания тулы ҡеүәткә бойомға ашырыла. Пандемия шарттарында сәләмәтлек беренсе урынға сыға. Бөгөнгә республиканың ковидҡа ҡаршы 368 мең доза самаһы вакцинаһы булһа, беренсе компонентты 292 мең кеше алған, ә тулыһынса вакцинация үткәндәрҙең һаны 252 мең тирәһендә.Шул уҡ ваҡытта республика башлығының коронавирусҡа бәйле Указына бәйле үҙгәрештәр индереләсәк. Уға ярашлы, балалар баҡсаларындағы хушлашыу кисәләренә ата-әсәләрҙең индерелеүе бар. Төп шарт – өлкәндәр йә коронавирус менән ауырып һауыҡҡан булырға, йә иһә вакцинацияның беренсе компонентын алырға тейеш. Ә Башҡортостанда быйыл һабантуйҙар буласаҡмы, юҡмы, был хаҡта 24-се майҙан һуң ғына иғлан ителә. Яҙҙың бер көнө йылды тыуҙыра, йә иһә һабанда һайрашмаһаң, ырҙыңда ыңғырашырһың. Башҡортостан көҙөн ыңғырашырға түгел, ә һайрарға тырыша. Республика сәсеү кампанияһын әүҙем алып бара. хужалыҡтар көн һайын йөҙ мең гектарҙа арыш менән бойҙайын, күп йыллыҡ үләндәрен сәсә. Кооперативтарҙың бөгөнгә 74 мең тонна минераль ашламаһы бар. Тик көндәрҙең ныҡ ҡоро тороуы ғына хәүеф уята. Ерҙең дымлығы түбәнәйә. Иң ҡыуандырғаны – техниканың яңырыуы. Тик хөкүмәттең ауыл хужалығы эшсәндәре алдында һаман бурысы бар. Радий Хәбиров был етешһеҙлекте йәшермәй. Хәл ителмәгән мәсьәлә әлеге лә баяғы техникаға бәйле. Бөгөн автомобиль авариялары хаҡында әйтмәй мөмкин түгел. Башҡортостанда май байрамдары осоронда аварияларҙа 19 кеше һәләк булған. Машина менән иҫерек килеш идара иткән 600 самаһы водитель тотолған. 1-се майҙан унына тиклем республикала 829 тапҡыр янғын сыҡҡан. Был һан көн һайын 82 урында ут тоҡана тигән һүҙ. Учалы менән Белоретта, Баймаҡта урмандар янған. Кәңәшмәлә ҡаралған тағы мәсәьәлә. Улар торлаҡ-коммуналь хужалығындағы бөгөнгө хәлдәр, ихаталарҙы төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттар подъездарҙы ремонтлау һәм “ уңайлы ҡала мөхите” программаһын бойомға ашырыу. Радий Хәбиров иһә хакимиәттәрҙе был программаларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Башҡортостанға быйыл юлдарҙы ремонтлау өсөн 26 миллиард һум кәрәк буласаҡ. Иң ҙур төҙөлөш, әлбиттә, Өфө өлөшөнә тура килә. Тағы ла бер проект- кэшбек программаһы. Радий хәбиров был мөмкинлеккә айырым иғтибар бирергә ҡушты. Тап ошо ысул урындағы туризмды үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.