Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Кесеһе лә, олоһо ла яттан белгән “Шайморатов генерал” йыры легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ауылдаштарының гимнына әүерелгән. Еңеү көнөнә арналған сара ла тап ошо йыр менән асылды. Пандемия мәлендә күләмле саралар ойошторолмағас, халыҡ йыр-моңға сарсаған, быйылғы байрамды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Урындағы халыҡҡа сағыу байрамды ошо ауыл егете, эшҡыуар Нил Хәмитов Еңеү көнө уңайынан бүләк иткән. Уның саҡырыуы буйынса ауылға Өфөнән билдәле артистар, “Сайяр” эстрада театры килгән. Ошо ерлектән фронтҡа 71 кеше киткән, уларҙың 38-е батырҙарса һәләк булып, яу яланында ятып ҡалған, 33-сө генә кире әйләнеп ҡайтҡан. Еңеү көнө алыҫлашҡан һайын, ҡыҙғанысҡа, ветерандар һаны ла кәмей. Шайморат ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышы ветераны берәү генә ҡалған. Ғөмүмән, Шайморат ауылында батырҙарҙы Еңеү көнөндә генә иҫкә алмайҙар, йыл әйләнәһенә арҙаҡлы шәхесебеҙҙең иҫтәлегенә арналған саралар уҙғарылып тора. Шулай уҡ, ауылдағы мәктәптә һәм мәҙәниәт йортонда Миңлеғәле Шайморатовтың тормош һәм хәрби юлын сағылдырған күргәҙмәләр залы, музей ҙа эшләп килә. Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡарылды һәм әле лә дауам итә. Райондың һәр ауылында тиерлек уның исеме бирелгән урам бар. Былтыр Шайморат ауылы биләмәһенә илткән юлда Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүгә, унда ғүмерен аямай, азатлыҡ өсөн көрәшкән яугирҙарға бағышланған стела ла эшләп ҡуйғандар. Иң ҙур ғорурлыҡ – 2015 йылда асылған Хәрби Дан мемориалы. Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов ғорур һәйкәл булып тыуған ауылына ҡайтыуына 6 йыл инде. Ошо ваҡыт эсендә Шайморатов паркы урындағы халыҡтың яратҡан урынына әүерелгән. Һәр байрам тиерлек мемориалға сәскә һалыуҙан башлана. Ә инде батырыбыҙға былтыр Рәсәй геройы исеме бирелеү тураһындағы хәбәрҙе тотош ил ҡыуанып ҡабул итте. Һис шикһеҙ, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ милли батырыбыҙ һәммәбеҙҙең күңелдәребеҙҙә йәшәүен дауам итә.
Шайморатов ауылында хәйриә концерты
Тулыраҡ: Шайморатов ауылында хәйриә концерты