Беренсе тапҡыр Өфөлә булған “Русь Великая” теплоходы бөгөн илдең баш ҡалаһына ҡайта. Өс палубалы теплоход баш ҡаланың Дуҫлыҡ Монументында туҡтағайны. Мәскәүҙән килгән туристар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныша алды. Теманы хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Өс палубалы “Русь Великая” теплоходы Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Быға тиклем «йылға-диңгеҙ» тибындағы ҙур һыу транспорты Өфөгә инә алмай ине. Быйыл иһә май айында һыу кимәле юғары булыу сәбәпле, Мәскәүҙән туристар Өфө буйлап та сәйәхәт итә алды. Республиканың баш ҡалаһы сәйәхәт маршруты буйынса һигеҙенсе булып һанала. Бынан алда теплоход Мәскәүҙән башланып, Углич, Ярославль, Түбәнге Новгород, Казань, Ағиҙел һәм Бөрө ҡалаларында туҡтаған. “Русь Великая” теплоходы 2013 йылда төҙөлгән. Ул заманса йыһазландырылған, навигация, янғын хәүефһеҙлеге системаһы эшләнгән. Каюталар, палубаларҙа быйыл ремонт яһалған. Теплоходҡа бөтәһе 180 кеше һыя. Бындай һыу транспортының Ағиҙел буйлап йөҙә алыуы киләсәктә туризмды үҫтереүгә өҫтөнлөк бирә. Һыу судноһы маршрут буйынса кире илдең баш ҡалаһына юл алды. Сәйәхәт 15 көн дауам итте. Әйткәндәй, әле Ағиҙел буйлап ҙур теплоходтар йөҙә алыуын тәьмин итеү буйынса эштәр башҡарыла.
“Русь Великая” теплоходы Өфөлә
Тулыраҡ: “Русь Великая” теплоходы Өфөлә