Башҡортостан балыҡсылары яңы миҙгелгә әҙерләнә. Яҡшы табыш эләктерергә теләүселәр ҡоралды ҡайҙа яңырта? Әлбиттә, Өфөнөң Аксаков урамындағы “Блесна” магазинында. Бында балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарҙы табырға була. Ысын балыҡсы миҙгел һайламай. “Блесна” магазинында ҡышҡы балыҡсылыҡ булһынмы, йәйге миҙгелгәме кәрәкле ҡоралын да, яҡшы табыш өсөн кәрәк-ярағын да табырға мөмкин. Магазин кибеттәрендә тиҫтәләгән төр ҡыуал, ҡармаҡ, һеүән, спиннинг һәм башҡа кәрәк-яраҡтар. Килешкәнен оҫта һатыусылар һайлап алырға ярҙам итә. Әле күл-йылғаларҙа ҡыуаллы ҡармаҡ миҙгеленең ҡыҙған мәле, июнь башынан спинингҡа ла тотоу мөмкинлеге буласаҡ. Балыҡ тотоуҙоң бар төрөнә ҡоралдарҙы “Блесна” магазинында табырға мөмкин. Аксаков урамы 91 йортта урынлашҡан кибет көн һайын иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске туғыҙға тиклем эшләй.
Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир
Тулыраҡ: Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир