Салауат йүнселдәре төҙөлөшкә яңы ҡараш булдыра. Уникаль технология буйынса ҡоролған мискә формаһындағы мунсалар хәҙер Рәсәй генә түгел сит ил баҙарҙарын яулай. Киләсәктә бында тиҙ йыйылмалы йорттар төҙөүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. ... тағы ла матур һәм тын юлдары өсөн файҙалы. Башҡортостан өсөн ят ағасты 2 мең ярым саҡрымдан, Томск өлкәһенән ҡайтарырға тура килә, әммә мискә-мунса өсөн унан да яҡшы материал юҡ ти эшҡыуар Алексей Новиньков. Цехҡа ингәс таҡталар йышыла һәм махсус станокта ай формаһындағы ҡыр һалына. Күп һынауҙар һәм хаталар аша ағастың тәбиғи үҙгәрештәренән ҡотолоу юлдарын да тапҡандар бында. Мәҫәлән, шешенгән ағас мискә сынйырын өҙмәһен өсөн пружиналар ҡуйыла, түңәрәккә теҙелгән таҡталарҙы сөй һәм саморезға нығытмайҙар, юғиһә ул бер нисә йылдан ярыла башлай. Ишектәр ҙә айырым патентҡа лайыҡ. Эште яйға һалыу өсөн ике йыл самаһы ваҡыт киткән. Башта предприятие бәләкәй цехта урынлаша, ихтыяж артҡас ҙурыраҡ майҙанды ҡуртымға алалар. Хәҙер маҡсат – күләмде арттырыу. Бындай мунсаның төп үҙенсәлеге – тиҙ йылыныуҙа ти уны йыйыу менән шөғөлләнгән Филүс Солтанбәков. Эштән һуң сабыныу бында матур йолаға әүерелгән. Мискә-мунсаларҙың һәр береһе айырым констуктор. Иң бәләкәсе 2 метрлыҡ сабыныу бүлмәһенән торһа, ике һәм 3 бүлектән торғандары ла бар. Бында йыуыныу һәм ял итеү бүлмәләре бар. Әйтергә кәрәк, конструкция тулыһынса уйланып эшләнгән. Мискәне цехта уҡ йыйып Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә оҙаталар, хатта элекке Советтар союзы дәүләттәренән дә күпләп алалар. Бындай мунсаларҙы участкала үҙ аллы ла йыйырға мөмкин. Мәҫәлән, 2 метрлыҡ мискәгә кәм тигәндә 1 көн талап ителһә, 6 метрлығын йыйыр өсөн 2 көндән ашыу ваҡыт кәрәк. Бөтә мәғлүмәт ошондай инструктажда күрһәтелгән, шуға күрә артыҡ оҫталыҡ талап ителмәй. Тиҙ һәм уңай эшләнгән мунса башта социаль проект булараҡ ололар өсөн тип уйланылһа, бөгөн уны ял йорттары һәм турбазалар күпләп һатып ала. Киләсәктә компания Себер ағастарын урында уҡ киптереү ҡоролмаларын ҡуйып, етештереүҙе арттырырға һәм тиҙ ҡоролмалы йорттар төҙөү маҡсатын ҡуя.
Мискә формаһындағы мунсалар
Тулыраҡ: Мискә формаһындағы мунсалар