Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Суматрала Синабунг вулканы уянған. 3 километрлыҡ көл һауаға күтәрелгән. Урындағы хакимиәттәр халыҡты уяу булырға саҡырған. 10 мең кеше эвакуацияланған. Вулканологтар Синабунгта магма кимәлен ҙур иғтибар менән күҙәтә.

Төнъяҡ Корея уға ҡарата йүнәлтелгән резолюциялар һәм санкцияларға иғтибар итмәйәсәк. Был турала Пхеньян вәкиле Женевала БМО-ның кеше хоҡуҡтары буйынса советы ултырышында белдерҙе. Санкциялар беҙҙең өсөн мөһим түгел, улар һеҙҙең ике йөҙлөлөктө күрһәтә тигән Төнъяҡ Кореяның сит ил эштәре министры.

Японияла бик ҙур кальмарҙы видеоға төшөрөп алғандар. Уның оҙонлоғо 4 метрҙан ашып киткән. Кальмар бер-нисә сәғәт кешеләр янында йөҙөп йөрөгән.

Перула Эль-Ниньо сәбәпле Тымыҡ океан ярындағы ҡалаларҙы һыу баҫҡан. Йөҙләгән ғаилә имен урынға күсерелгән. Эль ниньо күренеше Австралияла һәм Индонезияла йыйылған йылы һыуҙар Көньяҡ Америкаға күскәндә барлыҡҡа килә. Йыл һайын тап ошо сәбәпле Перу һәм уның менән сиктәш Чили һәм Эквадорҙағы ҡалала һыу аҫтында ҡала.