Түлһеҙлек-бөгөн хөкөм түгел, уны дауалап була, бары һуңларға ярамай

Тулыраҡ: Түлһеҙлек-бөгөн хөкөм түгел, уны дауалап була, бары һуңларға ярамай

2003-сө йылда йөклө ҡатындарға юғары квалификациялы ярҙам күрһәтеү маҡсатында Республика перинаталь үҙәге төҙөлдө. Бында йәштәр, тыумыштан һәм нәҫелдән килгән патологияға дусар ғаиләләр медик-генетик консультация ала, бала көткән ҡатындар дауалана, заманса технологиялар ҡулланылған операциялар яһала, махсус гинекология ярҙамы күрһәтелә. Үҙәктә юғары технологиялы медицина ярҙамының бик күп яңы төрҙәре уңышлы башҡарыла. Элиза өсөн әсә булыу, бала бағыу иң ҙур бәхет. Йылмайып ятҡан балаңды ҡулыңа алыу, тупылдатып һөйөп, яратыуҙан да ләззәтлерәк ҡыуаныс юҡтыр донъяла. Ошо теләген тормошҡа ашырыу өсөн Элиза икенсе тапҡыр эко ысулына мөрәжәғәт иткән. Кисә хыялдай тойолған күренешкә хәҙер инде ысынбарлыҡҡа әйләнде. Махсус һауыттарҙа һаҡланған эмбриондарҙы хатта бер-нисә йылдан һуң да ҡарынға күсереп ултыртыу мөмкинлеге бар, ул үҙ сифатын юғалтмай, ти үҙәк эмбриологы Гөлнәфис Йыһанур ҡыҙы.Бүлек хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты-түлһеҙ ғаиләләргә ярҙам итеү. Гормональ үҙгәрештәр, полип, миома, төрлө шеш арҡаһында ла түлһеҙлек булыуы мөмкин. Шуның өсөн тәү сиратта тейешле медицина тикшереүҙәрен үтеү мотлаҡ, ти белгестәр. Эко тикшереүе үткән ҡатын-ҡыҙҙың 40-50 процентының бала табыу мөмкинселеге бар, ти табиптар. Тәбиғи юл менән ауырға ҡалған ханымдарға ҡарағанда, уларға сабыйҙы йөрөтөү күпкә ауырыраҡ. Республикала өс меңгә яҡын кеше сиратта тора. Бушлай ярҙам күрһәтеү өсөн быйыл 850 квота бүленгән. Бындай медицина ярҙамына барлыҡ ҡатын-ҡыҙ ҙа дәғүә итә ала.