Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты республика буйлап эш сәфәренә сыҡты

Тулыраҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты республика буйлап эш сәфәренә сыҡты

Төбәктәр менән эшмәкәрлек Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларынан башланды. Ошондай күсмә ултырыштар милләттең мәҙәниәтен, телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, уны берләштереү, туплау, йәһәтенән көслө әһәмиәткә эйә, шулай уҡ, халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән яҡындан танышып, уларҙы урында уҡ хәл итеү юлдарын билдәләү мөмкинлеген бирә. Лилиә үҙенең шәжәрәһен өйрәнеп, әлегә дүрт быуын ата-бабалары менән танышҡан. Нефтекама нефть колледжында йыл һайын беренсе курс студенттары нәҫел ағасын төҙөй. Әлегә тамырҙарын барлауҙа уларҙың берҙән-бер ярҙамсыһы — ата-әсәйҙәре ине.Ысынлап та, хәҙер «Башҡорт ырыуҙары тарихы» күләмле хеҙмәте үҙ тамырҙарын белергә теләгәндәргә файҙалы ҡулланма булып тора. Монографияның һәр томы бер ырыуға арнала. Авторҙар йәмғеһе 40 том нәшер итергә ниәтләй, әлегә 15-е донъя күргән. Баҫмалар сығыу менән халыҡҡа, ырыу вәкилдәренә таратыла бара. Һуңғыларҙан булып төньяҡ-көнбайыш башҡорттары был бәхеткә иреште.Сығышы менән аҫаба башҡорт вариҫтары булған милләттәштәребеҙҙең 20%-ы тиерлек татар теленә яҡыныраҡ көнбайыш диалектында һөйләшә.Республиканың төньяҡ-көнбайышында үҙҙәренең милләтен, башҡортлоғон һаҡлап килеүселәр бихисап. Йәш быуындың үҙ шәжәрәләрен өйрәнеү ҙә үҙ тамырҙарына ҡайтыу, ырыуҙарын танып белеү йәһәтенән әһәмиәте ҙур. Яңауылда — “Урал батыр” эпосына арналған сарала ла урындағы халыҡтың рухи тамырҙары сағылды. Халҡыбыҙҙың алтын мираҫы балаларҙа телебеҙгә, еребеҙгә, халҡыбыҙ ижадына ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты яңы эш алымдарын үҙләштереп, төбәктәр менән етди эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә ниәтләй. Нефтекама һәм Яңауылда үткән саралар – ошо йүнәлештәге тәүге миҫал. Киләсәктә, республиканың барлыҡ ҡала- райондарында, башҡорттар күпләп йәшәгән илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә ошондай осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла. Тап ошондай форматта фекер алышыу милләттәштәребеҙҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән яҡындан танышыу, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү мөмкинлеген бирә.