Барлығы бер миллион ярым гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән. Ауыл хужалығы эшсәндәре яҡшы һауа шарттарының һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Яҙҙың иртә килеүе сәбәпле Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеү кампанияһын быйыл бер аҙнаға иртәрәк башланы. Әле республика баҫыуҙарында эштәр 70%-ҡа тамамланған. Хужалыҡтар әле яҙғы иген культураларын сәсеүҙе тамамлай. Барлығы төбәктә бер миллион ярым гектарҙа яҙғы культура сәселгән. Әле айырым райондар һуң сәселә торған культура – ҡарабойҙай сәсеүгә төшкән. Баҫыуҙарҙа ер асылыу менән көнө-төнө техника эшләй. Бүздәк районында барлығы 80 мең гектарға яҡын һөрөнтө ерҙәр бар. Райондың тәжрибәле механизаторҙары заманса техника ярҙамында сәсеү эштәрен тиҙ һәм ваҡытында атҡара. Яҡшы һауа торошо игенселәргә ең һыҙғанып эшләргә мөмкинлек бирә. Благовар районында сәсеү эштәре менән бер рәттән, ергә минераль ашламалар индерелә, ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу бара, дым ҡаплау эштәре дауам итә. Республиканың ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы сәсеү кампанияһы үткән йылдағылар менән сағыштырғанда ике аҙнаға иртәрәк башланды. Бынан тыш, хужалыҡтарҙа тулыһынса техника яңыртылған. Быйыл Башҡортостан аграрийҙарына 2 миллион 14 мең гектар ерҙә яҙғы культуралар сәсергә кәрәк. Игенселәр эштәрҙе аҙна аҙағына тиклем тамамларға ниәтләй.
Республикала яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға бара
Тулыраҡ: Республикала яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға бара