Өфөнөң Киров һәм Ленин райондарының һөнәри һәм урта белем биреү йорттары уҡыусылары хәрби күнекмәләр үтте. Йыл да сығарылыш уҡыусылары араһында ойошторолған был сараның төп маҡсаты — буласаҡ һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, патриотик рухта тәрбиәләү. Мәктәп парталарынан тура атыш полигонына. Китап урынына ысын автомат. Киров һәм Ленин райондарының сығарылыш уҡыусылары хәрби күнекмәләр үтте, автоматтан атырға өйрәнде. Илнар Өфө радиоэлектроника колледжының 3 курс студенты. Уҡыуҙы тамамлағас, ул хәрби хеҙмәткә йыйына. Мылтыҡтан атып ҡарағаным юҡ, шуға бер аҙ ҡаушата,ти егет. Шишмә районының атыш полигонында ысын хәрби шарттар. Шаярыу, көлкөгә урын юҡ. Башта хәүефһеҙлек техникаһы буйынса ҡыҫҡаса инструктаж. Шлем кейергә, 9 кг ауырлыҡтағы бронежилетты тағырға инструкторҙар үҙҙәре ярҙам итә. Барыһы ла команда буйынса ғына башҡарыла. Һәр егеткә 6 хәрби патрон бирелә. Сәп 100 метр йыраҡлыҡта урынлашҡан. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошо сәпкә эләгергә кәрәк. Шулай ҙа төп маҡсат — ҡорал менән эш итергә өйрәнеү. Хәрби күнекмәләрҙең әһәмиәте юғары, ти ойоштороусылар. Йыл дауамында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә алған белемде, хәрби шарттарҙа ғәмәлдә ҡуллана буласаҡ һалдаттар. Сығарылыш уҡыусылары өсөн хәрби хеҙмәт алдынан был оло әҙерлек. Бындай хәрби күнекмәләр йыл һайын уҙғарыла. Был юлы Ленин һәм Киров районынан 1 мең 500-гә яҡын сығарылыш класс уҡыусыһы әҙерлек күнекмәләре үтте. Хәрби йыйын5 көн дауам итәсәк.
Уҡыусылар өсөн хәрби күнекмәләр
Тулыраҡ: Уҡыусылар өсөн хәрби күнекмәләр