Өфө сәхнәһендә тәүге тапҡыр Жюль Массненың «Дон Кихоты» яңғыраны. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовтың режиссер сифатында ҡуйған тәүге операһын беҙҙең хәбәрселәр ҙә барып күрҙе. Театрҙың фойеһына инеү менән тамашасыны 16-сы быуаттағы Испания мөхите сорнап ала. Оркестр башҡарған тере музыка, артистарҙың затлы, зауыҡлы кейемдәре шул дәүерҙең атмосфераһын еткерә. Барыһы ла яратҡан тамашасыбыҙ өсөн, ти театрҙың баш рәссамы Иван Складчиков. Яңы спектакль өсөн 300-гә яҡын костюм һәм 100-ләгән пар аяҡ кейеме тегелгән. Барыһы ла ҡулдан, улар өҫтөндә театрҙың тегеү һәм бутафор цехы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Француз композиторы Жюль Массне Дон Кихот ролен махсус билдәле бас Федор Шаляпин өсөн яҙған булған һәм Шаляпин уны тап Өфөлә башҡара. Бөгөн бер быуаттан һуң спектакль йәнә башҡорт сәхнәһендә яңғырай. Был юлы төп партияны беҙҙең замандың билдәле басы– Асҡар Абдразаҡов башҡарҙы. Дон Кихот ролендә ул тәүге тапҡыр түгел, ә бына режиссер булараҡ Дон Кихот операһы уның дебюты. Дульсинея партияһын Мәскәүҙең ҙур театрынан саҡырылған солист Елена Максимова башҡарҙы. Ә Санчо Пансо роле Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Владимир Копытов өсөн генә яҙылған кеүек. Спектаклгә саҡырыу алғас бер минут та уйламай ризалашыуҙарын йәшермәй вокалистар. Сөнки Билдәле бас Асҡар Абдразаҡов етәкселегендә эшләү мауыҡтырғыс та еңел дә, ти улар. Тәүге режиссер эшен Асҡар Абдразаҡов үҙенең уҡытыусыһы, бик күп опера йырсыларын тәрбиәләгән Миләүшә Мортазинаға бағышлай. Уға быйыл 95 йәш тула. Мөхәббәт, бәхет һәм матурлыҡ менән сорналған спектакль театр репертуарында оҙаҡ барыр һәм ул Башҡалабыҙҙа ғына түгел башҡа сәхнәләрҙә лә уңыш ҡаҙаныуына ышана артистар. “Дон Кихот” операһы һис шикһеҙ республикалағы мөһим һәм ҙур мәҙәни сараларҙың береһе. Пандемия арҡаһында уны әҙерләү өсөн 14 ай ваҡыт киткән. Шуға ла премьерала аншлаг булыуына һәм билеттарҙың күптән һатылып бөтөүенә аптырайһы түгел. Киләһе тамаша 18-е, 19 –сы майҙа.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күптән көтөлгән премьера
Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күптән көтөлгән премьера