Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы республиканы халҡын аномаль эҫелек тураһында иҫкәртә. Уртаса һауа температураһы норманан 7 градусҡа юғарыраҡ булыуы ихтимал. Әйткәндәй, үткән ялдарҙа уҡ эҫе көндөң иң юғары нөктәһе билдәләнде. Һуңғы тапҡыр ошондай уҡ һауа температураһы 25 йыл элек теркәлгән, тип хәбәр итәләр Башгидромет үҙәктән. Быйыл йәй 2 аҙнаға алдан килде, селләлә халыҡ йылға буйына ял итергә ашыҡты. Рөхсәт ителмәгән пляжда ял итеп, Дим биҫтәһендәге күлдә бер үҫмер һәм Ағиҙел йылғаһында бер ир батып үлгән. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге менән граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре көн дә пляждарҙы тикшерә һәм халыҡҡа һыу инеү ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Һыу инеү миҙгеле 1 июндә генә башлана, көндәр эҫе булыуға ҡарамаҫтан, һыу температураһы йылынмаған.
Аномаль эҫелек
Тулыраҡ: Аномаль эҫелек