Дауаханаларҙың вакцинация бүлегенән халыҡ өҙөлмәй. Медицина учреждениеларында коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеү процесы күптән яйға һалынған. Килгән кеше башта анкета тултыра, терапевт бүлмәһендә тикшереү үтә. Табип рөхсәт биргәс кенә прививка эшләнә. Иммунизацияны тулыһынса үткәндәргә сертификат бирелә. Ғөмүмән, 18 йәше тулған һәр кеше үҙе теләгән урында прививка эшләтә ала. Сауҙа үҙәге булһынмы, медицина учреждениеһымы, алдан аҙылырға кәрәкмәй. Бер генә талап, үҙең менән өс документ – паспорт, снилс, медицина страховкаһының булыуы һорала. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостанға тағы ла 16 мең доза ҡайтарыла, улар араһында Рәсәйҙә теркәлгән өсөнсө төр вакцина “КовиВак” буласаҡ.
Республикала иммунизация кампанияһы әүҙем дауам итә
Тулыраҡ: Республикала иммунизация кампанияһы әүҙем дауам итә