Күҙгә күренмәгән, әммә кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле

Тулыраҡ: Күҙгә күренмәгән, әммә кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле

Урман йән эйәһе – талпандарҙың кешегә эләгеү осраҡтары арта. Уларҙың һәр бишенсеһендә боррелиоз вирусы асыҡланыуы хәүефкә һала. Бәхеткә, әле талпан энцефалиты менән сирләүселәр теркәлмәгән. Республиканың гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә Рәсилә Вилданова беренсе тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәй. Былтыр талпанды ҡыҙынан тартып алһа, быйыл ханым был бөжәкте үҙендә тапҡан. Талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр йылдан-йыл арта. Элек көнөнә 50-60 кеше килһә, һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны 350-400 тиклем артған. Талпан энцефалиты ҡурҡыныс сир, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, беҙҙең республикала талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы Белорет районында ҙур. Ҡаҙалған осраҡта мотлаҡ дауаханаға мѳрәжәғәт итергә кәрәк.Лабораторияға талпанды тәндән алған көндө үк килтерергә кәрәк. Оҙаҡ ятһа, уның кибеүе ихтимал, ти табиптар. Вирусы юҡҡа сыҡмаһа ла, уны билдәләүе ауыр буласаҡ. Шулай уҡ, банкаға йәки контейнерға дымлы мамыҡ һалырға кәңәш итәләр. Унда тикшереүҙең һөҙөмтәһен көнөндә үк хәбәр итәләр. Талпан ҡаҙалғас анализды Өфөләге гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә бирергә мөмкин. Бында лаборанттар көн һайын иртәнге туғыҙҙан киске дүрткә тиклем эшләй. Энцифалитҡа анализдар икенсе көнгә үк әҙер була.