Өфөлә һәр йәкшәмбе спортҡа бағышлана

Тулыраҡ: Өфөлә һәр йәкшәмбе спортҡа бағышлана

22 майҙа Өфөлә барлыҡ мәктәптәрҙә лә һуңғы ҡыңғырау байрамы билдәләнә. Шул сәбәпле белем усаҡтарында именлек талаптары көсәйтелә. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков белдерҙе. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсъәләләр хаҡында киләһе репортажда. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынының күсерелеүен хәбәр итте. Ҡала халҡы объектты урынлаштырыу өсөн Еңеү паркы ҡаршыһындағы майҙансыҡты һайлағайны. Баш ҡала мэры һүҙҙәренсә, стелланың ҙурлығы быны эшләргә мөмкинлек бирмәй. Башҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йәй төрлө ҙур саралар көтә. Әле уларға етди әҙерлек бара. “Башҡортостанда халыҡ сәлмәтлеге көндәре” акцияһы сиктәрендә ҡала халҡы өсөн медицина ойошмалары төрлө саралар ойоштора. Төп маҡсат һәр кемдең үҙ сәләмәтлегенә иғтибарын арттырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Бынан ары һәр йәкшәмбе Өфөлә спортҡа бағышлана. Сергей Греков үҙ һаулығына битараф булмағандарҙың барыһын да ярыштарҙа үәҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Сығарылыш уҡыусылары 22 майҙа “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын билдәләй. Һәр уҡыусы өсөн иҫтәлекле байрам мәктәптә генә үтәсәк, шулай уҡ был көндә Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған.