Балалар туристик кешбэк программаһы

Тулыраҡ: Балалар туристик кешбэк программаһы

Майҙың егермеләренән Рәсәйҙә балалар туристик кешбэк програмаһы эш башлай. Был йәйге лагерҙарға юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Уға өҫтәп Башҡортостан бюджетынан 5 мең 685 һум түләйәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең республикала лагерҙарға юллама хаҡының 70 процентын ҡайтарған альтернатив программа камиллаштырылды. Ҡайһы программа буйынса юллама отошло һәм уны нисек юлларға? Ике йылға яҡын шат балалар тауышын ишетмәгән Өфө янындағы лагерҙа түҙемһеҙләнеп яңы миҙгелде көтәләр. Үткән йыл пандемия сәбәпле йәйге ял бөтөнләй ойошторолманы. Шулай ҙа бында ваҡытты бушҡа үткәрмәгәндәр – бассейнда һыу таҙартыу системаһы тулыһынса яңыртылған, корпустарҙың береһендә капиталь ремонт башҡарылған. Тәүге смена июнь башынан старт ала, әммә күп лагерҙар был ваҡытҡа юлламаларын һатып өлгөрмәҫ тип борсола йәйге ял өсөн яуаплы ойошмалар. Быға быйылдан индерелгән яңы талаптар һәм үҙгәрештәр сәбәпсе. Хәҙер профсоюз ойошмалары һәм эш биреүселәр юллама тәҡдим итә алмай. Ата-әсәләр уны үҙ аллы юлларға бурыслы. Шулай ҙа төп үҙгәрештәр – дәүләт ярҙамына бәйле. 2010 йылда Башҡортостанда ҡабул ителгән программаға ярашлы юллама хаҡының бер өлөшөн бюджет үҙ иҫәбенә ҡаплай ине. Ҡалғанын ата-әсәләр түләне. Быйылдан программаға үҙгәрештәр индерелде һәм хәҙер компенсация 70 процент тәшкил итә. 20 майҙан тағы ла федераль программа буйынса “Кешбэк” индерелә, уның буйынса хаҡтың яртыһы ҡайтарыла, республика уға өҫтәп 30 процент бирергә вәғәҙәләй. Миҫал өсөн Өфө янындағы лагерь хаҡын алайыҡ, 21 көнгә 27 мең 300 һум. Республикала бығаса эшләп килгән программа буйынса 3 яҡлы комиссия билдәләгән уртаса хаҡтан сығып 70 процент компенсациялана, ә ул сумма үҙгәрешһеҙ – 13 мең 265 һум. Ата-әсәләргә 14 мең 31 һумды үҙҙәренә түләргә тура килә. Әгәр юлламаны Кешбэк буйынса алһаң, юллама хаҡына ҡарамайынса яртыһы федераль бюджеттан кире ҡайтарыла, уға өҫтәп уртаса тип билдәләнгән сумманан 30 процентты Республика бирә – ул 5 мең 685 һум. Был осраҡта путевка ни бары 8 мең тирәһенә төшә. Төп шарт юлламаны “Мирпуришествий.РФ” сайты аша Мир картаһы ярҙамында һатып алырға кәрәк. Компенсация тик Мәғариф министрлығы реестрына ингән лагерҙар өсөн генә түләнә. Әлегә ҡала янындағы 107 ойошманың 48-е генә махсус сертификат алған. Ведомствонан белдереүҙәренсә, юлламаны өлөшләтә компесациялау һәм “Кешбэк” булдырыу йәйге лагерь хаҡтарын арттырмаясаҡ. Сөнки тарифтар март айында уҡ раҫланған, үҙгәрештәрҙе монополияға ҡаршы хеҙмәт даими күҙәтә.