Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде. “Мин хәтерләйем. Мин ғорурланам” тип аталған патриотик акция 2013 йылда балаларға патриотик тәрбиә биреү сараһы булараҡ старт алғайны. Олимпиадала ҡатнашыусылар йылдан йыл арта. Быйыл республика мәктәптәренән икенсе класстан алып 11 классҡа тиклемге 125 мең уҡыусы үҙ белемен һынап ҡараған. Мәктәп һәм ҡала-район этаптарында еңгән 670 ҡатнашыусы республика кимәленә үткән. Бөйөк Ватан һуғышына бәйле теоретик, интеллектуаль, башватҡыс, тест һорауҙарына яуап биреп иң күп балл йыйған 75 конкурсантҡа дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәрҙе Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне.
Мин хәтерләйем. Мин ғорурланам
Тулыраҡ: Мин хәтерләйем. Мин ғорурланам