Оҙаҡламай республика сиктәрендә ҡояшлы панелдәр етештереү буйынса завод һәм ҡояшлы батареялар өсөн бормалы терәүҙәр етештереү заводы төҙөләсәк. Инвестиция күләме 2 млрд һумдан ашыу, 120гә яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ. Иҫләйһегеҙҙер, күптән түгел «Оптимум Солар Рус» һәм «П Соларис» компанияларын берләштергән Венгрия инвесторы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашырға теләк белдергәйне. Әлеге ваҡытта был проекттар әүҙем рәүештә тормошҡа ашырыла. Ҡыҙыу көндәр булыуға ҡарамаҫтан объектта эш ҡайнай. Ишимбай районы биләмәһендә оҙаҡламай автоматлаштырылған тегеү фабрикаһы ҡалҡып сығасаҡ. Эш кейемдәрен тегеү буйынса “Аркада” предприятиеһы “Алға” айырым иҡтисади зонаһында тәүгеләрҙән булып төҙөлөш эштәрен башланы. Бөтә төҙөлөш материалдары республика етештереүселәренән һатып алына. Фабрика үҙенсәлекле проект буйынса төҙөлә. Алға махсус иҡдисади зонаһы Ишембай, Стәрлетамаҡ биләмәләренең бер өлөшөн – биш йөҙгә яҡын гектар ерен алып тора. Уларҙың яртыһынан ашыуы проекттар өсөн тәғәйенләнгән. Иң ҙур резиденттарҙың береһе – Венгрия инвесторы. Ул республика сиктәрендә ике инвестиция проекты — ҡояшлы панелдәр етештереү буйынса завод һәм ҡояшлы батареялар өсөн бормалы терәүҙәр етештереү заводы төҙөй. Ике проекттың инвестиция күләме 2 млрд 360 млн һум тирәһе 120 — нән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ. Бындай проекттар углеродһыҙ энергетика системаларын үҫтереүгә булышлы итәсәк эшҡыуарҙар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек республикала “Алға” махсус иҡтисади зонаһы барлыҡҡа килде. Тап ул урындағы ҡаҙнаға йөҙҙәрсә миллиард һум аҡса инвестициялау мөмкинлеген бирә. Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, өҫтәмә хеҙмәт урындарын булдырыу маҡсатын ҡуя. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй, махсус иҡдисади зона сиктәрендә әленән-әле яңы инвесторҙар йәлеп ителә, эшҡыуарлыҡ климаты үҫә. Инвестициялар буйынса иң ҙуп резидент ”М-Синтез” компанияһы, потенциаль резиденттар араһында Салават индустриаль паркы проектары. Эш урындары булдырыу буйынса иң күләмлеһе — “Аркада” компаничһы проекты. Тегеү фабрикаһы 800гә яҡын яңы эш урыны булдырасаҡ. “Zasport” компанияһы иһә, 280 эш урыны менән тәъмин әтергә планлаштыра. “Алға” зонаһы республикаға социаль һәм иҡдисади яҡтан тик ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Хөкүмәттә белдереүҙәренсә, 2030 йылға тиклем “Алға” зонаһы сиктәрендә 20гә яҡын яңы инновацион производство йәлеп итеү планлаштырыла. 3000-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. Проекттарҙың дөйөм күләме — 125 мард. һумдан ашыу, ә бюджет системаһына 70 млрд һумдан ашыу килем индереләсәк тип көтөлә.
Башҡортостан яңы инвесторҙар йәлеп итә
Тулыраҡ: Башҡортостан яңы инвесторҙар йәлеп итә