Быйыл Өфөнөң нисә пляжында һыу инергә мөмкин?

Тулыраҡ: Быйыл Өфөнөң нисә пляжында һыу инергә мөмкин?

Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре йылға-күл төптәрен сүп-сарҙан таҙартыу эштәрен дауам итә. Бер көн эсендә генә ике-өс пляж тәртипкә килтерелә. Һыу төптәренән водолаздар ниндәй ҡалдыҡтар сығарған? Быйыл Өфөнөң нисә пляжында һыу инергә мөмкин? Йылға төбөн таҙартҡан осраҡта төрлө хәлдәргә тарырға мөмкин. Сүп-сарға аяҡтарҙың уралған осраҡтары ла бар, шуға ла водолаздар үҙ эшен белә, һыу төбөнә бөтә ҡәғиҙәләргә таянып, кәрәкле ҡоралдар менән төшә. Бер водолаз һыу төбөндә булһа, икенсеһе страховкала тора. Ни бары бер нисә минут эсендә генә водолаз “табышҡа” тап була. “Ҡояш яры” пляжында водолаздар йылға төбөн, ә пляж хеҙмәткәрҙәре ҡояшта ҡыҙыныу урындарын таҙарта, ял итеү урындарын тәртипкә килтерә. Шулай уҡ дератизация, дезинсекция һәм дезинфекция үткәрелә. Водолаздар йылға төбөн кәмендә өс сәғәт таҙарта. Пляжға кеше күп йөрөй. Шуға ла һаулыҡ өсөн зыян килтергән осло әйберҙәр, йәки быяла, тимер шунда уҡ юҡ ителә. Водолаздар бер көн эсендә ике-өс пляжды тәртипкә килтерә. Бынан тыш, һыу инеү миҙгеленең асылыуынан алда һәр бер пляжды мотлаҡ рәүештә махсус комиссия тикшерә. Көндәр эҫе торһа ла, йылға-күлдәрҙә температура түбән. Шуға ла рөхсәт ителмәгән урындарҙа ял итмәҫкә, эскән килеш һыу инмәҫкә тигән ябай ҡәғиҙәләрҙе ҡотҡарыусылар һәр ваҡыт ҡабатлай. Статистика буйынса, 2020-се йылда, мәҫәлән, Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында 118 кеше һәләк булған. Күреүегеҙсә, ял итеү урындарына халыҡ йыйылғандан-йыйыла. Әйткәндәй, һыу инең миҙгеле 1 июндә башланасаҡ. Быға тиклем быйыл Өфөнөң ун пляжы сүп-сарҙан таҙартылыр, тип көтөлә.