“Бюст-күпер” проекты

Тулыраҡ: “Бюст-күпер” проекты

Башҡортостанда онкология сирҙәренең киң таралған формаһы — һөт биҙҙәре яман шеше. Һуңғы йылдарҙа был сир менән дауаланыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбәйеүе күҙәтелә, сөнки сирҙе асыҡлауға бәйле алымдар, проекттар бермә-бер артты. Яман шеште иҫкәртеүгә бәйле саралар ҙа йыш үтә. Ошо көндәрҙә Өфөлә “Һөт биҙҙәре яман шешенә ҡаршы” тип аталған конференция үтте. Унда республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, табиптар, ҡатын-ҡыҙ блогерҙар һәм һаулығына битараф булмаған ханымдар йыйылды. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Түбәнге Новгородтан Екатерина Чудакова ла ҡатнашты. Ул яман шеште еңеп, 2015 йылда “Бюст-күпер” проектын ойошторған. Күпер ҡатын-ҡыҙҙарға һаулығына иғтибарлы булыу кәрәклеген иҫкәртеп тора, ти ул. Өфөлә лә был проектты тормошҡа ашырыу ниәте бар. Конференция – уның башланғысы булды. Яман шеште дауалап була, тик уны башланғыс стадияларында асыҡлау мөһим. Төбәктә скрининг, профилактика программалары эшләй. Йыл һайын профилактик күҙәтеү, өс йылға бер диспансеризация үтеү мөмкинлеге бар. Ҡатын-ҡыҙҙарға һөт биҙҙәренең сәләмәтлегенә ҡарата ныҡ яуаплы булыу ғына кәрәк.