Тәндәге төрлө яраларҙы дауалаусы япма

Тулыраҡ: Тәндәге төрлө яраларҙы дауалаусы япма

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары студенттар менән берлектә тәндәге төрлө яраларҙы дауалаусы япма уйлап тапҡан. Медицина бинтына ҡарағанда ул күпкә отошлораҡ. Динара Хажиәхмәтова Башҡорт дәүләт унивеситеты химия факультетының дүртенсе курсында уҡый. Бала саҡтан төрлө тәжрибәләр эшләргә оҡшай торғайны, уҡыу йортона килгәс хыялымды тулыһынса тормошҡа ашырҙым, ҡыҙыҡлы эксперименттар яһап ҡарау мөмкинселеге лә бар, тип ҡыуана ҡыҙ. Ул яңыраҡ уйлап сығарылған биоматериалды эшләүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Биотарҡалыусы полимер пленканан яһалған материал төрлө яраларҙы дауаларға ярҙам итә. Уны ҡулланыу, бинт менән эш иткәнгә ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ та, ти белгестәр. Полимерҙан эшләнгән пленкалар биотарҡалыусы булғанлыҡтан, улар яраға ла тиҙ генә һеңеп бөтә. Бинт менән бәйләгәндәге кеүек көн һайын яраны эшкәртеп, таҙартып яңынан бәйләп торорға кәркмәй, ти белгестәр. Яраны бөтәштереү өсөн уйлап сығарылған пленкаларҙы Өфөнөң 17-се клиник дауаханаһында тикшерәләр. Ғалимдар тиҙҙән пациенттарға был шифалы пленкаларҙың ниндәйе кәрәк, шундай итеп эшләп бирә аласаҡбыҙ, тип вәғәҙәләй. Тәү ҡарауға ябай ғына күренгән әйбер киләсәктә медицина бинтын да алмаштыра аласаҡ. Уның ярҙамында бер-ике аҙна эсендә тәрән яраны ла бөтәштерергә мөмкин, ти ғалимдар.