Юлдарҙа ҡар менән бергә асфальт та ирей

Тулыраҡ: Юлдарҙа ҡар менән бергә асфальт та ирей

Ә водителдәр ирекһеҙҙән тәгәрмәс алыштырырға мәжбүр, йәйгегә түгел, яңыға. Белгестәр билдәләүенсә, соҡорҙар асылыу менән бәләкәй юл-транспорт ваҡиғалары ла артҡан. Яҡынса һәр икенсе аварияла юлдарҙың насар булыуы сәбәпсе. Бындай маневр өсөн Нива хужаһына кәм тигәндә 500 һумлыҡ штраф янай. Әммә водителдәр ирекһеҙҙән ҡағиҙә боҙорға мәжбүр. Юлдағы соҡорҙар оло мәшәҡәт тыуҙыра, уны урап үтеү йыш ҡына авария менән дә тамамланыуы ихтимал. Беҙ әле Өфөнөң үҙәк өлөшөндәге Пархоменко урамында. Бында тиҙлек сикләүе ҡалалағы кеүек 60 саҡрым булһа ла, урыны менән 20 километр менән дә йөрөп булмай. Яңы руль артына ултырған водителдәр өсөн бындай юлдан йөрөү ысын һынауға әүерелә, ә ҡайһы осраҡты сәфәр автосервис менән тамамлана. Календарҙа яҙ яңы ғына башланыуға ҡарамаҫтан, водителдәр уны бөтә күркәмлегендә үҙ кеҫәһендә һынап ҡараны. Бигерәк тә баш ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә юлдар һуғыш яланын хәтерләтә. Интернациональный урамындағы сервистарҙың береһендә эшләүсе Сергей бында көн дә авария булыуын күҙәтә.Тәгәрмәсте йәйгеһенә алыштырырға иртәрәк булһа ла, шина ремонтлаусыларҙан сират өҙөлмәй. Улар өсөн килемле осор башланды. Яҙ һайын водителдәргә автомобилде экстрималь йөрөтөү серҙәрен иҫкә төшөрөргә тура килә. Ҡала урамдарындағы юлдар автомобиль деталдәре өсөн хәүеф тыуҙырһа, оло юлда күләүек аҫтына йәшеренгән соҡорҙар кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс. Бында юл ҡағиҙәләренә бер нисек тә буйһонорлоҡ түгел. Еңел машина соҡорҙо юлдың ҡаршы һыҙатынан урап үтергә мәжбүр. Был кадрҙар М 5 трассаһында төшөрөлгән. Уның авторы Руслан Рәхимов әйтеүенсә, трассаның бындай хәлгә еткәне булмаған. Норматив талаптар буйынса оҙолоғо 60, киңлеге 15 һәм тәрәнлеге 5 сантиметрҙан тәрәнерәк булған соҡорҙар мотлаҡ ямалырға тейеш. Ә унда автомобиль тәгәрмәсе төшөп берәй ере онталһа, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарын саҡыртып аварияны теркәргә һәм яуаплы ойошманан матди зыянды суд ала талап итергә кәрәк.Ҡатмарлы тәбиғәт шарттарына һылтанып юл фондына тотонолған миллиардтар ҙа мәсьәләне хәл итмәй. Насар юлдар йыл әйләнәһенә иң популяр тема булып ҡала, шул уҡ ваҡытта 2016 йылдың ике айында республика биләмәләрендә теркәлгән 300-гә яҙын аварияның 50 процентында юлдағы соҡорҙар сәбәпсе.