Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәлә бер-береһенә ҡаршы тороусыларҙы яраштырыу буйынса үҙәк етәксеһе Сергей Кураленко Рәсәй авиацияһы Сүриәнең ҡораллы төркөмдәрен утҡа тотоуҙы тулыһынса туҡтатты тип белдерҙе. Әммә террор төркөмдәре тыныслыҡ тураһындағы килешеүҙе үтәмәй. Бынан тыш, Төркиә курд һуғышсыларына ҡарата йыш ҡына ут аса.

БМО-ның именлек шураһы Төнъяҡ Кореяға ҡарата ҡаты санкциялар индерергә ҡарар итте. Шураның 15 ағзаһы ла был ил менән экспорт-импорт операцияларын туҡтатыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйған. Пхеньян иһә уға ҡарата йүнәлтелгән резолюциялар һәм санкцияларға иғтибар итмәйәсәк. Санкциялар беҙҙең өсөн мөһим түгел, улар ике йөҙлөлөктө күрһәтә тигән Төнъяҡ Кореяның сит ил эштәре министры.

2018-се йылға тиклем Европа комиссияһы миграция көрсөгөн хәл итеү өсөн 700 миллион евро бүлергә ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта тик Греция ғына 100 мең ҡасаҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн 480 миллион евро биреүҙе талап итә. Греция-Македония сигендә әле 7 мең ҡасаҡ туҡталған. Уларҙың йәшәү шарттары шәптән түгел.

Ҡытайҙағы Сучжоу округында бер водитель алда китеп барған машинаның багажнигынан бәләкәй баланың төшөп ҡалыуын видеоға төшөрөп алған. Ике йәшлек малайҙың олатаһы бер нимә лә күрмәйенсә үҙ хәрәкәтен дауам иткән. Һуңынан водителдәр ҡыуып етеп күңелһеҙ хәл тураһында хәбәр иткәс кенә ул әйләнеп ейәне артынан килгән.