Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төрлө тармаҡтарҙа фиҙаҡәр эшләүсе гүзәл заттар, хеҙмәт алдынғыларына Дәүләт наградаларын тапшырҙы.Бөгөн икеләтә тантана, мин һеҙҙең өсөн, һеҙ ҡаҙанған уңыштар өсөн шат, тине Рөстәм Зәки улы гүзәл заттарҙы байрам менән тәбрикләп. Һәр кем үҙ урынында фиҙаҡәрлек күрһәтһә, эшен бар яуаплылыҡ менән башҡарһа төбәктең киләсәге имен, тигән һүҙ. Дыуан водоканал предприятиеһында 33 йыл хеҙмәт итеүсе Рита Дәүләтшина халыҡты таҙа һыу менән тәьмин итеүҙән дә мөһимерәк нимә бар, тигән фекерҙә. Бөгөн Рита Ҡыям ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Халыҡ өсөн рухи аҙыҡ та эсәр һыу ҡиммәтенән кәм түгел. Бүләкләнеүселәр араһында сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең исемлеге шуны дәлилләй. Билдәле йырсы, Республиканың халыҡ артисы Рима Амангилдина бөгөн юғары дәүләт наградаһы уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә һәм үҙ талантын һөйөүселәргә изге теләктәрен еткерә.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡотлау һүҙҙәре
Тулыраҡ: Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡотлау һүҙҙәре