8-се март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды

Тулыраҡ: 8-се март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды

Был көн — нәфис затты тәбрикләү һәм күркәм яҙ байрамына әйләнде. Байрамға сәскә үҫтереүсе эшҡыуарҙар ҙа ныҡлы әҙерләнә. 2 миллиондан ашыу гүзәл затҡа кәмендә берәр гөлләмә бүләк иткән хәлдә Башҡортостан сәскә магазиндары, эшҡыуарҙар миллондарса килем ала. Нина Әрифуллина 25 йылдан ашыу сәскәләр үҫтереү менән шөғәлләнә. Был эштә уға тормош иптәше, ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре ярҙам итә. Эшҡыуар бигерәк тә ләлә сәскәләрен үҫтерергә ярата. Сөнки, улар етди тәрбиә талап итмәй һәм яҡшы табыш килтерә.Йыл һайын Нина Әрифуллина сәскәләрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә өлгөртә. Сөнки, тап 8 март көнөндә уларҙы күпләп алалар. Ваҡытына үҫтереп еткерер өсөн эштәр йәйен үк башлана. Ә орлоғон октябрь башында сәсәләр һәм 5-6 айҙан гүзәл заттарға бүләк әҙер.Ғәҙәти көндәрҙә сәскәләрҙең хаҡы 50 һумдан башлана һәм бер мең һумға тиклем барып етә. Ә 8 март алдынан 1 ярымдан 2 ярым һумға ҡиммәтләнә. Мәҫәлән, кешеләр күпләп һатып алған ләлә һәм раузалар 40-60 һум торһа, байрам көнөндә 80-120 һум булып китә.Башҡортостанға сәскәләрҙе Эквадор, Голландия һәм Кения кеүек илдәрҙән килтерәләр. Донъя баҙарында валюта курсы үҙгәреп киткәс, орлоҡтарға ла хаҡ артҡан. Шуға күрә, сәскәләр ҙә ҡиммәтләнгән.Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә республика сәскә үҫтереүселәре кешеләр ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Мәҫәлән, Нина Әрифуллина үҫтергән 12 мең ләләне шунда уҡ алып бөтәләр. Ул бер сәскәне 45 һум менән һата, сауҙаға иһә ул ике тапҡырға күберәк хаҡ менән сыға.