Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Әгәр Рәсәйҙә президент һайлауы бөгөн унда электораттың 74 проценты Владимир Путин өсөн тауыш бирер ине. Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен белешеү үҙәге үткәргән социологик тикшереү йомғаҡтары шундай. Илдең әлеге етәксеһе эшмәкәрлеген халыҡтың төрлө ҡатламдары хуплай. Матди яҡтан тәьмин ителгәндәрҙең 80, йәштәрҙең 71, эре ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең 81 проценты Владимир путин өсөн тауыш бирергә әҙер.

Сүриәнең ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларына транспорт конвойҙары аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары һәм ҡорамалдар, вациналар һәм эсәр һыу килтерә башланы. Ярҙам атыш тынған саҡта тиҙ арала таратыла.

Европа союзы илдәренең миграция көрсөгөнә бәйле бер яҡлы эшмәкәрлеге йәмғиәттә теләктәшлекте юҡҡа сығара. Был турала Греция премьер-министры Алексис Ципрас менән һөйләшеү йомғаҡтары буйынса Европа берлеге етәксеһе Дональд туск белдерҙе. Алексис Ципрас үҙ сиратында ҡасаҡтарҙы үҙ илдәрен кире ҡайтара башларға саҡырҙы.

Франция хакимиәттәре Калела мигранттар лагерҙарын емереүҙе дауам итә. Унда йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре ҡаршылыҡ күрһәтеп үҙҙәренең ауыҙҙарын тегеп ҡуйған. Ҡулдарына улар Демократия ҡайҙа, ирек ҡайҙа тигән лозунгтар тотҡан. Мигранттар йәшәгән урындарынан китергә теләмәй.