Хаталар өҫтөндә эш

Тулыраҡ: Хаталар өҫтөндә эш

Башҡорт телендә ойошма-предприятие алтаҡталарындағы яҙыуҙарҙа, урам исемдәрендә ебәрелгән хаталар төҙәлерме? Иҫкәртеү яһауҙар һөҙөмтәһен бирәме, әллә тик ни бары буш һүҙ булып ҡала киләме? Алтаҡталағы хаталар менән Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алыусы бер төркөм студенттар көрәшә. Инсаф Хужахмәтов өсөнсө курс студенты. Хаталар күңелде ҡыра, телдең бәҫен төшөрә, ти егет. Башҡорт теле үҙәге хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, хаталарҙы тикшереү ыңғай һөҙөмтә бирә, әлбиттә. Шулай ҙа, мискә балда тамсы дегет тигән кеүек, араларында хаталы булғандары, йә бөтөнләй башҡортса яҙылмағандары ла осрап ҡуя.Ҡала хакимиәтендә йылына дүрт тапҡыр алтаҡталарҙағы хаталар буйынса комиссия ултырышы уҙғарыла. Терминология комиссияһының булдырылыуы, „Хатаһыҙ ҡала„ конкурсының даими ойошторолоуы был эште әүҙемләштерергә ярҙам итә.Бер-нисә минут эсендә генә Өфө ҡалаһы урамдарының береһендә бихисап хатаға юлыҡтыҡ. ҡ, ң, ҙ, ғ хәрефтәрен яҙғанда бик күп хата ебәрелә. Ҡайһы бер райондарҙа урамдарҙың башҡортса тәржемәһе лә яҙылмаған.

Хаталар аҙым һайын. Шәхси кибеттәр, сауҙа үҙәктәре ҡалала көндән-көн арта, улар менән бергә хаталар ҙа күбәйә. Хәреф хаталарын ҡайһы берәүҙәр етди хата, тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала.