Аграрийҙар мал аҙығы әҙерләй, уҡыусылар имтихандар тапшыра

Тулыраҡ: Аграрийҙар мал аҙығы әҙерләй, уҡыусылар имтихандар тапшыра

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә башлыса май айына хас хәстәрлектәр тураһында һүҙ барҙы. Төбәк йәшәйешенең һәр тармағына ҡағылған бар мәғлүмәтте бер урында туплап дәүләт органдарының төрлө кимәлендәге эшмәкәрлек сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат иткән Төбәк идара үҙәге цифралы платформаһы ике аҙнанан өр яңы бинаға күсергә әҙерләнә. Хөкүмәт Йорто эргәһендәге 6200 квадрат метр майҙандағы бина үткән йылдың октябрендә төҙөлә башлағайны. Премьер-министр белдереүенсә, Үҙәктә барыһы ла әҙер, бер ни тиклем техник йыһаздар мәсьәләһен хәл итәһе генә ҡалған. Төбәктәге оператив хәл буйынса тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау министрының мәғлүмәте тыңлана. Максим Забелин коронавирус инфекцияһын Башҡортостанда пандемия башланғандан алып 37574 кеше йоҡторған, шуларҙың 95 үткән тәүлек эсендә, тип белдерә. Сирлеләрҙең 94 проценты уңышлы һауыҡҡан. Бөгөнгә стационарҙа 141, табип ҡарамағында өйҙә 1559 сирле дауалана. Ковидҡа ҡаршы вакцинаның төбәктә 386374 миҡдары ҡабул ителгән, июнь айында йәнә 200 мең вакцина көтөлә. Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева һүҙҙәренә ҡарағанда шылтыратыусыларҙың күбеһе тест тапшырыу шарттары менән ҡыҙыҡһына. Икенсе һорау – вакцинаның беренсе компонентын алып, икенсеһен яһатыр мәлгә башҡа төбәктә ҡалғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә. Бөгөнгә үҙәк йәмғеһе 83312 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Коронавирусҡа сик ҡуйыуҙың берҙән-бер юлы – вакцинация, тине республика башлығы. Республикала йәнә малярия осрағы теркәлгән. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә, ватандашыбыҙ уны Африканан алып ҡайтҡан, үҙенең хәле ҡәнәғәтләнерлек, пациент дауа учреждениеһында. Төбәктә торған эҫе көндәр баҫыу үҫемлектәренә кире йоғонто яһай. Ҡый үләндәре менән ҡоротҡостар иһә киреһенсә, әүҙем үҫешә. Илшат Фазрахманов ошо сәбәпле буласаҡ уңыш күләме түбәнәйеүе ихтимал, тип белдерҙе. Хужалыҡтар ошо аҙнанала сәсеүҙе тамамлап, май айына хас түгел бурысҡа – мал аҙығы әҙерләүгә — тотонорға йыйына. Механизаторҙар дүшәмбенән үлән сабырға төшә. Мәктәп уҡыусылары иһә дүшәмбе рус теленән төп дәүләт имтиханын яҙҙы. Фән һәм мәғариф министры белдереүенсә 2021 йылда туғыҙынсы класты тамамлаусылар бары ике — рус теле һәм математиканан имтихан тапшыра. Дәүләт аттестацияһын тапшырыусы 41279 уҡыусы теркәлгән. 11 класты тамамлаусылар араһында иһә 1302 бала Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙан баш тартҡан. Был уларҙың ирекле ихтыяры, имтихандарҙың был төрөн уҡыуын артабан юғары белем биреү йортонда дауам итергә ниәтләгәндәр генә тапшыра. Ундайҙарҙың һаны 17690. Информатиканан имтихан тапшырыусылар өсөн яңылыҡ та бар. Башҡортостандың сит илдәр менән тауар әйләнеше үткән йыл менән сағыштырғанда 14 процентҡа артып 1 миллиард доллар тәшкил иткән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева белдереүенсә был өлкәлә уңыштарға төбәктә ойошторолған “Тиҙ экспорт ярҙам” проекты һәм Башҡортостан стендтарының Халыҡ-ара йәрминкә-күргәҙмәләрендә ҡатнашыуын тергеҙеү булышлыҡ иткән. Ошо көндәрҙә Өфө “2.0 экспорт стандартын индереү мәсьәләләре”нә арналған кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Радий Хәбиров республикала “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек” комплексын үҫтереү буйынса йөкләмә лә әҙерләнәсәк, тип белдерҙе. Физкультура һәм спорт йүнәлешле был комплексты төбәктә бойомға ашырыу барышы менән йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов таныштырҙы. 2024 йылға тиклем ГТО майҙандарын йыһазландырыуға 29 миллион һум аҡса бүленә. Бындай үҙәктәр республиканың һәр муниципалитетында буласаҡ. Әлегә ГТО комплексының электрон базаһында 515 мең кеше теркәлһә, спорт министрлығы йыл аҙағына был һанды 550 меңгә еткерергә ниәтләй. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы муниципалитеттарҙы рекламаны электрон һатыу иҫәбенә килем алырға өндәй. Был йәһәттән ул Октябрьский ҡалаһы тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итә. Максим Ульчев фекеренсә, тышҡы реклама майҙандарын электрон һатыуға сығарыу конкуренция мөхитен яҡшыртыу һәм ҡаҙнаны байытыу сараһы. Радий Хәбиров агентлыҡ етәксеһен муниципалитет етәкселәре менән уҡыуҙар ойошторорға саҡырҙы. Оператив кәңәшмәлә киләһе йәй айҙарында төбәк семинарҙарына әҙерлек сиктәрендә ауыл хужалығы белгестәре өсөн мөһим тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны тип танылған “Баҫыу көндәрен” ойоштороу һәм һыу буйҙарында ял урындарын тәртипкә килтереү тураһында ла килешелде. 2021 йылда “Баҫыу көнө” уңайынан биш районда үҫемселек буйынса күрһәтмә майҙандар ҡорола. Пляждар иһә беренсе июндән асылырға тейеш. Быйыл уларҙың һаны үткән йылдағынан өс тиҫтәгә күберәк.