Өфөлә билдәле автохам Артур Ғәзизов хөкөм ителде

Тулыраҡ: Өфөлә билдәле автохам Артур Ғәзизов хөкөм ителде

“Алтын малай” ҡушаматын алып өлгөргән егет полиция хеҙмәткәрен төкөүҙә ғәйепләнә. Суд ҡарары буйынса ул алдағы 3 йылды төрмәлә үткәрәсәк. Юл полицияһы менән тупаҫ ҡыланыуҙары, ҡала урамдарында юғары тиҙлектә йөрөүе менән дан алған Артур Ғәзизов хоҡуҡ һаҡсыларына күптән таныш. Патруль автомобиленән ҡасҡан өсөн уны водитель таныҡлығынан мәхрүм итәләр. Әммә был уны туҡтатмай, автохам йәнә руль артына ултыра һәм юл ҡағиҙәләрен боҙоп полициянан ҡасыуын дауам итә. Үткән йыл ноябрь айында уны туҡтатырға теләгән полиция хеҙмәткәрен автомобиль капотында алып китә. Был ваҡиғанан һуң ул ике аҙнаға юғала. Аҙаҡ ғәйенбен танып полицияға үҙе килә. Осраҡ буйынса тикшереү ярты йыл дауам итте. Ғәйепләнеүсенең адвокаты иректән шартлы рәүештә генә мәхрүм итеүҙәрен һораны. Әммә суд прокурор талабын иҫәпкә алып Артур Ғәзизовты 3 йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатты.