Күптәребеҙ уны элекке Химик мәҙәниәт йорто тип белә. 8 йыл элек май айында ул ҡала мәҙәни ял үҙәгенә үҙгәртелде. Әлеге көндә ул Черниковка биҫтәһенең генә түгел тотош ҡала халҡының иң яратҡан ял урыны. Кесеһенән олоһона тиклем һәр кем бында күңеленә ятырҙай шөғөл тапҡан. Сағыу костюмдар, матур йыр-бейеүҙәр һәм иң мөһиме –шат-көләс йөҙҙәр. Ҡала мәҙәни ял үҙәгендә байрам кәйефе. Барыһы ла яратҡан үҙәктәрен юбилей менән ҡотларға йыйылған. Ҡала мәҙәни ял үҙәгендә 2 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Вокал, театр, милли фольклор, спорт, классик бейеүҙәр булһынмы. Йүнәлештәрен һанап бөтөрлөк түгел. Кесеһенән олоһона тиклем һәр кем бында күңеленә ятырҙай шөғөл тапҡан. Балалар өсөн мәҙәни үҙәк икенсе йортҡа әйләнгән. Көн аша тейерлек мәктәптән һуң бында ашыға улар. Балаларҙың ынтылыштарына һәм уңыштарына шатлығын йәшермәй ата-әсәләр. “Калинка”, “Модус”, “Виктория”, “Олимп”, “Яҡты юл”.... Ҡала мәҙәни үҙәге 40-тан ашыу ижади коллектив туплаған. Уларҙың һәр-береһе республика сиктәрендә генә түгел, Рәсәй кимәлендә юғары ҡаҙаныш яулай. Конкурс, фестивальдәрҙә алдынғылыҡты бирмәй. Калинка спорт һәм бал бейеүҙәре ансамбле айырым маҡтауға лайыҡ. Ҡаланың иң күркәм һәм иң абруйлы төркөмдәренең береһе ул. Быйыл ансамбль үҙенең 50 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Ярты быуатлыҡ хеҙмәте өсөн уға Башҡортостандың атҡаҙанҡан халыҡ ижады коллективы исеме бирелде. Ә бына “Яҡты юл” ансамбле 4 йыл элек кенә барлыҡҡа килгән. Был төркөмдә оло йәштәгеләр һәм хаҡлы ялдағылар яратып шөғөлләнә, йыр-бейеүҙәр. ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә татыу берҙәм ғаилә булып киттек, ти төркөмдә шөғөлләнеүселәр. Төрлө йәштәге кешеләр, төрлө һөнәр эйәләре — барыһын да ижадҡа, йыр-моңға, бейеүгә һөйөү берләштергән. Тәжрибәле педагогтар уларҙың һәр береһенә бөтә белемдәрен, күңел йылыһын һалып эшләй. Һөҙөмтәһе лә көттөрмәй. Мәҙәни ял үҙәгенә Черниковка биҫтәһенән генә түгел, бөтә ҡаланан, хатта эргә-тирәләге райондарҙан шөғөлләнергә киләләр. Мәҙәни ял үҙәге бер туҡтауһыҙ үҫеш юлында. яңынан –яңы таланттар, сағыу йондоҙҙар барлыҡҡа килә, ижади төркөмдәр асыла. Меңәрләгән кешенең яратҡан ял урыны киләсәккә лә юғары маҡсаттар ҡуйып эшләй.
Ҡала мәҙәни ял үҙәгенә - 45 йәш
Тулыраҡ: Ҡала мәҙәни ял үҙәгенә - 45 йәш