Йәш щепкинсылар

Тулыраҡ: Йәш щепкинсылар

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә щепкинсылар үҙҙәренең диплом эштәрен күрһәтте. 4 йыл элек Башҡортостандан 15 һәләтле егет һәм ҡыҙ Юғары театр училищеһында уҡыу өсөн һайланғайны. Киләһе йыл йәш көстәр республика театрҙарында эш башлаясаҡ. Режиссерҙан аҙаҡҡы кәңәштәр һәм актерҙар ябай ғына тарихты ышандырырылыҡ итеп тамашасы күңеленә еткерергә әҙер. Ваҡиға Нью-Йорк ҡалаһында, Манхеттандағы ҡуртымға алынған фатирҙа бара. Танылған музыкант булырға хыялланған һуҡыр егет һәм күбәләк кеүек ирекле һәм еңел йәш ҡыҙ ваҡиғалар теҙмәһендә бер-береһен яратып, юғалтырға өлгөрә. Ситтән ҡарауға ябай тарихтың әллә күпме эске ҡатмарлы яҡтары бар. Моңһоу комедияла әсәй роле минең өсөн һынау булды тей йәш актриса. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының башҡорт студияһын тамамлаусылар был юлы Леонард Герштың "Ирекле күбәләктәр" лирик комедияһын тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры – Мәскәүҙең бәләкәй театры артисы, доцент Дмитрий Зеничев. Щепкин училищеһын быйыл 15 студент тамамлай. 10 көн дауамында улар ябай тамашасы һәм билдәле театр әһелдәре алдында һынау тотто. Кураторҙары, республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ф.С. Исҡужина ла студенттар менән берҙәй тулҡынланыу кисерә. Махсус курстың художество етәкселәре – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, профессор Дмитрий Кознов. Артабан щепкинсылар ҡулдарына диплом аласаҡ һәм киләһе миҙгелдән уларҙы республика театрҙары сәхнәһенә күрербеҙ әле.