Стәрлетамаҡта йәнә кер йыуыу онтағы етештерелә башлай. Яңынан тергеҙелгән етештереү линияһына Радий Хәбиров Рәсәй нефть газ химия форумында старт бирҙе. Быйыл 29-сы тапҡыр ойошторолған “Нефть. Газ. Технологиялар” күргәҙмәһе тармаҡтың алдынғы компанияларын йәнә Башҡортостанда тупланы. Илдә мөһим ваҡиғаларҙың береһенә әйләнгән сара хәҙер сит ил белгестәрен дә ҡыҙыҡһындыра. Был егеттәр форумда өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Башҡортостандың ысынлап та тәжрибә уртаҡлашыр ҡаҙаныштары бар. Күп тармаҡтар өсөн ауыр йылда санкциялар һәм пандемияға бәйле ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан республиканың нефть газ химия предприятиелары тотороҡло эшмәкәрлеген һаҡлап ҡалды. Күләмле форум сиктәрендә бер түгел ике яңы етештереү линияһын асыу тантанаһы ла шуны дәлилләй. Башҡортостанда синтетик йыуыу сараларын етештереүҙе яңынан яйға һалыу йөкләмәһен Радий Хәбиров үткән йылдың октябрендә Сода предприятиеһына эш сәфәре барышында биргәйне. Башҡортостан сода компанияһы акциялары ил президенты ҡарары менән республика милкенә тапшырылғандан башлап төбәктә уға файҙалы идара итеү юлдары билдәләнде. Яңы етештереү линияһын асыу ошо маҡсатты бойомға ашырыуҙа тәүге аҙым. “Эколь” линияһының етештереүсе проект ҡеүәте йылына 60 мең тонна, предприятиела яңы 120-нән ашыу эш урыны барлыҡҡа килгән. Кер йыуыу онтағы танылған “Зифа” һәм “Луч” брендтары менән ҡатырға һәм полимер ҡапсыҡтарҙа сығарыла. Өфөнөң Затон биҫтәһен Яңы Александровка ауылы менән тоташтырған газүткәргесте сафҡа индереү тантанаһы ла Рәсәй форумы сиктәрендә телекүпер тәртибендә үтте. Башҡортостанда “Газпром” 2025 йылға тиклем 164 ауыл-ҡасабаға газ үткәреү йөкләмәһен алған, зәңгәр яғыулыҡҡа 26 мең йортто тоташтырыу планлаштырыла. Халыҡты уңайлы яғыулыҡ менән тәьмин иткәндә ил президентының газ торбаларын шәхси биләмәгә тиклем бушлай еткереү йөкләмәһе күҙ уңында тотола. Нефть, газ һәм химия тармаҡтарында ҡулланылған яңы техника һәм йыһаз өлгөләре айырым иғтибарға лайыҡ. Форумда ҡатнашыусылар был өлгөләр менән танышып ҡына ҡалмай, ә һатып алыу буйынса килешеүҙәр ҙә төҙөй ала. ВДНХ –ЭКСПО майҙанындағы ғәҙәти экспозициянын тыш БВК-ЭКСПО онлайн цифра платформаһында виртуаль күргәҙмә эшләй. Уны донъяның интернет еткән һәр нөктәһендә тәүләк әйләнәһенә күҙәтергә мөмкин. Форумда ҡатнашыусылар өсөн был тәжрибә утраҡлашыу һәм партнерлыҡ селтәрен киңәйтеүгә өҫтәмә мөмкинлектәр аса. Күргәҙмәлә студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ла ҡыҙыҡһынып ҡатнаша. Ҡарау-танышыу ғына түгел, үҙ проекттарын танытыу өсөн дә. Республика башлығы балалар технопарктарында техник ижад менән шөғөлләнгән буласаҡ нефтселәргә дипломдар менән ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Мәртәбәле форумда ошо дәрәжәлә ҡатнашыу уҡыусыларҙың техник һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуын тағы ла нығыта. Студенттар ҙа тармаҡ форумы аша һөнәри йүнәлештә ғәмәли дәрестәр ала. Сәнәғәттә етештереү индексы үткән дүрт ай эсендә 102,6 процент, нефть эшкәртеү кимәле ғәҙәти күрһәткестәргә ҡайта, сеймал сығарыу яйға һалына, эшкәртеүсе сәнәғәт йөкләмәләрен 106 процентҡа үтәй. Форумдың пленар өлөшөндә Радий Хәбиров республика предприятеларының йыл башынан эш һөҙөмтәләренә байҡау яһай. Төбәктә урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ өсөн дә үҫеш мөмкинлектәре киңәйә. Башҡортостан бизнесҡа административ баҫым индексы буйынса Рәсәйҙә тәүге ун төбәк исемлегендә үҙ урынын нығытҡан. Һуңғы ике йылда был күрһәткес буйынса республика 38-сенән 9-сы урынға күтәрелгән. Нефть, газ, химия форумы барышында тармаҡтарҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса өс тиҫтәнән ашыу эшлекле осрашыу, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙар һәм килешеүҙәр төҙөү ҡарала. Форум 28 майҙа тамамлана.
“Нефть. Газ. Технологиялар” күргәҙмәһе
Тулыраҡ: “Нефть. Газ. Технологиялар” күргәҙмәһе