Уның исемен оператив кәңәшмәлә иғлан иттеләр. Ултырышта баш ҡала ярҙары буйлап Өфө муйынсағы тип аталған проект менән таныштырҙылар. Ул йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юл төҙөүҙе күҙаллай. Шулай уҡ вакцинация, төҙөлөш, пляждар һәм балалар ялы ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде. Оператив кәңәшмә ғәҙәттәгесә Өфө хакимиәте башлығы Сергей Грековтың сығышынан башланды. Ул үҙенең беренсе урынбаҫары менән таныштырҙы. Был вазифаға Марат Ғәйфуллин тәғәйенләнде. Ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, тирә яҡты тәртипкә килтереү, транспорт мәсьәләләре өсөн яуаплы буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә реконструкция дауам итә. Бында эштәр алдан билдәләнгән график буйынса, ике сменала алып барыла. Майҙансыҡта 82 кеше эшләй, 17 берәмек техника йәлеп ителгән. Объект сафҡа инеү менән Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәүеленең транспортты үткәреү һәләте 27 процентҡа артасаҡ. Кәңәшмәлә халыҡты вакцинациялау мәсьәләһе лә күтәрелде. Баш ҡалала 580 меңдән ашыу кешегә коронавирустан прививка эшләтергә уйлайҙар. Бөгөнгә 115 меңе беренсеһен, 90 мең самаһы икенсе компонентын эшләткән. Ултырышта предприятие етәкселәренә хеҙмәткәрҙәре араһында вакцинация тураһында аңлатыу эшен алып барырға ҡушылды. Өфөлә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә әҙерлек бара. 1-се июндә баш ҡаланың бөтә майҙансыҡтарында ла тиерлек балалар өсөн төрлө саралар уҙғарыла. Ҡайһы берәүҙәре эпидемия хәленә бәйле онлайн форматта ойошторола. Көндәр эҫе тороу сәбәпле халыҡҡа һаҡланыу саралары тураһында ла аңлатып киттеләр. Доклад менән 5-се балалар поликлиникаһы педиатры Валерий Мөрсәлимов сығыш яһаны. Бындай шарттарҙа тышҡа һирәк сығырға, еңел кейенергә, һыу эсергә кәңәш итә табиптар. 1-се июндән һыу инеү миҙгеле башлана. Быйыл Өфөлә халыҡтың именлеген тәьмин итеү һәм ялын ойоштороу йәһәтенән 10 зона асыу планлаштырылған. Ошо көндәрҙә махсус комиссия уларҙың әҙерлеген, документтарын һәм кәрәкле инвентарын тикшерә. Рәсми пляждарҙа иртәнге сәғәт 10-дан ҡотҡарыусылар эшләйәсәк. Район хакимиәте башлыҡтары ял зоналары тураһында отчет бирҙе. Өфө Дан бульварын һәм Муса Гәрәев исемендәге скверҙы тәртипкә килтереү өсөн федераль үҙәктән аҡсаға өмөт итә ала. Бында бер-нисә матур проектты киләһе йылда уҡ тормошҡа ашырырға мөмкин буласаҡ, тине Сергей Греков. Ул халыҡты әүҙемерәк тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырҙы.
Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары барлыҡҡа килде
Тулыраҡ: Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары барлыҡҡа килде