Янғында йортһоҙ ҡалған ғаилә ярҙамға мохтаж

Тулыраҡ: Янғында йортһоҙ ҡалған ғаилә ярҙамға мохтаж

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарламан ауылында күп балалы ғаилә урамда тороп ҡалған. Ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында сыҡҡан янғын ике ҡатлы йортто юҡ иткән. Әле вайымлы ауыл халҡы уларға ярҙам итеү йәһәтенән аҡса, кейем-һалым һәм кәрәк-яраҡтар йыйыу ойошторған. Изге эшкә теләгән һәр кем ҡушыла ала. Наталья Кәримова йорттарын юғалтыуға әле лә ышанып етә алмай. Ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында сыҡҡан янғын бер-нисә минут эсендә өйҙө көлгә әйләндергән. Һөҙөмтәлә, өс балалы ғаилә бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала. Һуңғы ярты йыл Кәримовтар ғаиләһенә ауыр бирелә. Февраль айында ғына ғаилә башлығы мәрхүм булған. Бөтә ауырлыҡ Натальяның иңдәренә төшә. Янғындан ҡалған өйөмдө сығарырға туғандары һәм яҡындары ярҙам иткән. Әле йортто тергеҙеүгә аҡса йыялар. Ил төкөрһә – күл була. Вайымлы ауыл халҡы янғында ҡаза күргән Кәримовтар ғаиләһенә ярҙам ҡулы һуҙған. Һәр кем хәленән килгәнсә кейем-һалым, аҡса йыйған. Күп балалы ғаилә аяҡҡа баҫыр өсөн, артабан йәшәргә йорт-ҡура һалып инеү өсөн ярҙамға мохтаж. Изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Кәримовтар ғаиләһенә ярҙамды экранда яҙылған телефон һандары аша еткерергә була.