Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсылар музейы асылды

Тулыраҡ: Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсылар музейы асылды

Төньяҡ Боҙло океанды һәм Антарктиданы яулаған легендар яҡташтарыбыҙҙың исемдәре музейҙа мәңгеләштерелде. Өфөлә ҡотопсоларға һәм Себерҙе өйрәнеүселәргә арналған мәҙәни объект асылды. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә” Вениамин Кавериндың “Ике капитан” әҫәренән был һүҙҙәр минең өсөн тормош девизы. Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп диңгеҙ капитандарының һәм штурмандарының ҡаһарманлығы уны өсөн һәр ваҡыт яҡын булыуын билдәләп үтте. ВалериАн Альбанов исеме сит илдәрҙә ла киң билдәле була. Сөнки, Төнъяҡ боҙло океан буйынса боҙҙағы сәйәхәттәр тураһында яҙмалар Францияла, Германияла бер-нисә тапҡыр баҫыла. СССР-ҙа 1953 йылда ғына тәүге әҫәр донъя күрә. Унда ҡотопсо Валериан Альбанов тураһында аныҡ мәғлүмәттәр яҙылмай. Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсылар музейы Свердлов урамындағы 88-се йортта урынлашҡан. Объект данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 139 йыл тулыуға һәм Рәсәйҙең Арктик Советында рәйеслек итә башлауына арнала. Уның эшмәкәрлеге Төньяҡ Боҙло океанды һәм Антарктиданы яулаған Валериан Альбанов, Геннадий Казанин, Валентин Смирнов, Фидүс Әсхәҙуллин һәм башҡа диңгеҙселәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Музейҙы асыу оло ваҡиға. Башҡортостан Рәсәйҙең Арктика һәм Антарктидала үҙ сиктәрен һәм мәнфәғәтен яҡлауға өлөшөн индерә тип билдәләй сарала ҡатнашыусылар. Сөнки, бында киң биләмәләр һәм улар ҡаҙылма байлыҡтарға мул. Илебеҙ өсөн был ерҙәрҙе үҙләштереү геополитик әһәмиәткә лә эйә. Башҡортостан вәкилдәре Валериан Альбанов эҙҙәре буйлап Франц-Иосиф еренә бер-нисә тапҡыр экспедиция ойошторҙо. Унда байтаҡ тарихи әйберҙәр табылды. Ҡайһы берҙәре яңы асылған музейҙа урын алды. Объектты ойоштороуға бихисап кеше көс һала. Улар араһында ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм ябай кешеләр бар. Объектты Нестеров исемендәге музейға яҡын урынлаштырырға ҡарар иткәндәр. Был Өфөгә килгән туристарға уңайлы булһын һәм күберәк кеше таныша алһын өсөн эшләнгән. Экспозицияла йөҙҙән ашыу артефакт һәм экспонат урын алған. Был көндә баш ҡалала “Беренсе Альбанов уҡыуҙары” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли форум да үтте. Шулай уҡ “Төнъяҡ балҡышы” тигән республика балалар һүрәте конкурсына йомғаҡ яһалды. Арктиканы үҙләштереү йәһәтенән Рәсәй донъяла алдынғы урындарҙы биләй. Бында тикшеренеүҙәр алып барыла, Арктика ғәскәрҙәренең төркөмө көсәйә, тәбиғәт байлыҡтары сығарыла. Икенсе тапҡыр Арктик Советын етәкләү ҙә күп нәмә тураһында һөйләй. Хөкүмәт-ара форум тирә-яҡты һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә өндәй. Уға Дания, Исландия, Канада, Норвегия, Рәсәй, Америка Ҡушма штаттары, Финляндия һәм Швеция инә.