Силәбе өлкәһе кибеттәренә “Зифа” онтағы тейәлгән тәүге ике йөк машинаһы оҙатылған. Тимәк, Стәрлетамаҡ синтетик йыуыу саралары үҙ ҡулланыусыһын яңынан яулай. Лилиә Йәнбәкованың “Сода” компанияһында эшләгәненә быйыл теүәл 30 йыл тулыр ине, әммә өс йыл элек ҡатынға, синтетик йыуыу саралары цехы ябылыу сәбәпле, хеҙмәт биржаһына мөрәжәғәт итергә тура килә. Ә бөгөн ул яратҡан эше менән береккән коллективына кире ҡайтҡанына шат. Компанияның Эколь етештереү линияһы эшмәкәрлеген яңынан башланы. Эшселәрҙең дә элекке составының яртыһы саҡырып алынған. Кер йыуыу онтағының бер цехта эске тултырмаһы әзерләнһә, икенсеһендә тышҡы ҡиәфәте хәстәрләнә. Тәүгеһе тәүлек әйләнәһенә, икенсеһе әлегә ике сменалап эшләй. эшселәр һаны 125. Нәфисә Кинйәбаева Был цехта кер йыуыу онтағы ҡапсыҡтарға тултырып складҡа оҙатыла. Әлегә көнөнә 50 тоннаға тиклем онтаҡ әҙерләнә. Стәрлетамаҡ порошогына ихтыяж үҫһә етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеге лә бар. Зифа, Луч брендлы онтаҡтар 20 килограмлы эре ҡапсыҡтарға, 2 кило 400 грамлык полиэтилен тоҡсаларға һәм 400-550 грамлыҡ ҡатырға ҡаптарға ваҡлап тултырыла. Линияны тергеҙеү мохтажлығы тыуғас элекке йыһаздар төҙөкләндерелеп ремонт яһалған. Бөгөн белгестәр кер йыуыу онтағының төрҙәрен киңәйтеү һәм сифатын яҡшыртыу тураһында етди уйлана. Хәйер, Зифаның сифаты электән билдәле. Керҙе ҡул менән йыуаһыңмы, автоматмы, эконом класмы, Стәрлетамаҡ порошогының таҙартыу һәләтен хужабикәләр юғары баһалай. Цех ветераны Вера Милова, мәҫәлән, үҙҙәре етештергән кер йыуыу сараһын беренсенән составын яҡшы белгән өсөн, икенсенән оҙаҡ йылдар һыналған сифаттары өсөн ҡуллана. Ҡулланыусыларҙың ыңғай баһаһы тураһында “Эколь”дың тауар һатыу идаралығы ла хәбәрҙар. Силәбе өлкәһендә тергеҙелгән цех продукцияһының тағы бер партияһына заказ ҡабул ителгән. Ҡалала етештерелгән тауарҙар менән борондан ғорурланырға күнеккән Стәрлетамаҡ халҡы иһә Зифа порошогының яңынан сығарыла башлауы тураһындағы мәғлүмәтте һөйөнөп ҡабул итә. Беҙгә осраҡлы ғына тап булған Әлфиә ханым Содала етештерелгән кер йыуыу сараларын сауҙа нөктәләренең төрлөһөнән эҙләп һатып ала. Башҡортостан етештереүселәренең конкуренцияға бирешмәҫ тауар эшләп сығарыу теләген төбәк етәкселеге хуплап ҡына ҡалмай, дәүләт яғынан етди ярҙам күрһәтә. Республика башлығы үткән йылдың октябрендә Башҡорт сода компанияһының үҫеш йүнәлештәрен билдәләп аныҡ йөкләмәләр биргәйне. Синтетик йыуыу саралары етештереүҙе тергеҙеү уларҙың бер өлөшө генә. “Сода”ла ғәмәлдәгеләрен яңыртыу һәм өр яңы етештереү линияларын сафҡа индереү буйынса ҙур проекттар бойомға ашырыла. Предприятие ҡаланың социаль инфраструктураһын үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхиткә зарарлы йоғонтоно кәметеү программаларын да күҙ уңында тота. Радий Хәбиров БСКның дөйөм инвестициялар портфелендә бөгөнгә 150 миллиард һум тирәһе аҡса бар, тип белдерҙе.
“Зифа”, “Луч” онтаҡтары үҙ ҡулланыусыһын яңынан яулай
Тулыраҡ: “Зифа”, “Луч” онтаҡтары үҙ ҡулланыусыһын яңынан яулай