Бер-нисә ауыл халҡы һыуһыҙ интегә

Тулыраҡ: Бер-нисә ауыл халҡы һыуһыҙ интегә

Өфө янында урынлашҡан бер нисә ауыл халҡы һыуһыҙ интегә. Уларҙың эсәр һыуҙары ла юҡ. Урындағы властар белдереүенсә, быға эҫе көндәр, башҡаларҙың баҡсаларға һыу ҡойоуы һәм бассейндарын тултырыуы сәбәпсе. Хакимиәт мәсьәләне нисек хәл итә? Ксения Волкова өс бала тәрбиәләй. Уларҙың иң кесеһенә ике ай ғына. Ире эштә, өлкәндәре балалар баҡсаһында һәм мәктәптә булғанда йәш ҡатынға ауырға тура килә. Әсәгә сабыйын йыуындырып-ҡарауҙан тыш, көнкүреш эштәре менән булырға, башҡа ғаилә ағзаларының ҡайтыуҙарына табын әҙерләргә кәрәк. Ә ҡайһы берендә сәй ҡайнатырға ла һыу юҡ. Көндәр эҫеү менән фатирҙарҙа һыу булмай һәм йәй буйына ошондай проблема дауам итә ти халыҡ. Бында йәш ғаиләләр, оло кешеләр ҙә бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре торлағын ҡалдырып, яҡындарына йәшәргә китергә мәжбүр. Былтыр һыу өсөн ике һауыт урынлаштырғандар. Ул көнкүреш яраҡтары өсөн. Эсәр һыуҙы Газель менән килтергәндәр. Крандан килгән һыу ҙа эсергә яраҡһыҙ тип белдерә кешеләр. Чесноковка ауылы йылдан йыл үҫешә. Матур-матур йорттар ҡалҡа, халҡы ла күбәйә. Әммә, йылдан йыл һыу мәсьәләһе лә киҫкенләшә. Чесноковка ауылы халҡы ла аһ-зарын еткерә. Улар мәсьәләне яңы һыу станцияһы хәл итергә тейеш ине ти. Әммә чиновниктарҙың уҙған йылдағы вәғәҙәһен күрәһең өс йыл көтөргә кәрәк. Бында бер аҙға ғына һыу бирәләр. Бер сәғәт кенә сөптөрләп аға ла туҡтай. Шулай көндәр буйы дауам итә ти урында йәшәүселәр. Уҙған йылда был ауылдарҙа һәм торлаҡ комплексттарындағы проблеманы беҙҙең хәбәрселәр яҡтыртҡайны. Мәсьәлә хәл ителмәй ҡала. Быйыл да йәй эҫе булһа, ғаиләләргә көҙгә тиклем һыуһыҙ ыҙаларға тура килер тимә. Һыу биреү станциялары тулы ҡеүәттә эшләй тип белдерәләр хакимиәттән. Йәғни, берәүҙәр һыу менән самалы файҙаланһа, башҡаларға ла етәсәк тип аңлата чиновниктар. Әммә ҡануниәттә кем күпме һыу ҡулланырға тейеш тигән закон юҡ. Хакимиәттә бер-нисә ауылда ғына һыу юҡ тигән фекерҙәләр. Мәсьәләне хәл итеү ҙур сығымдар талап иткәнен дә йәшермәйҙәр. Эҫе көндәр башланыу менән Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ла һыу проблемаһы башланған. Ошо турала беҙгә урындағы халыҡ хәбәр итә. Һыу – йәшәү сығанағы. Республика етәкселеге был мәсьәләгә етди иғтибар бүлә һәм муниципалитеттарҙан мәсьәләне контролдә тоторға ҡуша. Әлегә Чесноковка һәм Зубов Лайф Гарден торлаҡ комплексында йәшәүселәргә федераль йә республика программаларына өмөтләнергә ҡала, шунда ғына аҡса бүленеп, боҙ урынынан ҡуҙғаласаҡ.