Ә бына Благовещен районындағы ауылдарҙың береһендә халыҡты икенсе мәсьәлә борсой. Яҙлы-көҙлө Яңы Никольск, Рудный ауылдарында йәшәүселәр бөтөнләй юлһыҙ ыҙалай. Благовещен районының Никольский ауылынан алып Рудныйға тиклем эре таш һалына башлаған. Тик ул да еренә еткерелмәгән. Быныһын да нефетселәр үҙҙәренә кәрәк булған өсөн генә түшәнеләр, ти Марат.... Рудный ауылында 30, күрше Яңы Никольскта 50 ғаилә көн күрә. Ике ауылда ла мәктәп тә, магазин да, хатта фельдшер пункты ла юҡ. Әлфинә Созинова бында 30 йылдан ашыу йәшәй. 86-сы йылдан бирле юлһыҙ этләнәбеҙ, ямғыр яуһа бер ҡайҙа ла сығып булмай. Хатта янғын сыға ҡалһа, берәйһе ҡапыл ауырып китһә лә махсус машина, белгестәр килеп етә алмаясаҡ, тип ҡайғыра ханым. Тамам аптыраған халыҡ был киҫкен мәсьәлә менән ниндәй генә инстанцияларға мөрәжәғәт итмәй. Ауыл биләмәһе башлығы был хәлде яйға һалыу түгел, беҙҙе ишетергә лә, һөйләшергә лә теләмәй. Һәр саҡ ниндәй ҙә булһа сәбәп таба, ти халыҡ. Бында йәшәүселәр беренсе тапҡыр ғына бушҡа йыйылып таралышмай. Хәл йылдан-йыл ҡырҡыулаша ғына бар. Өлкәндәр дауаханаға бара алмай интекһә, уҡыусы балалар мәктәпкә йөрөй алмай. Благовещен районы хакимиәте аша Туғай ауылы биләмәһе башлығы менән бәйләнешкә ингәс, Алексей Николаевич ваҡыты ныҡ тығыҙ булһа ла халыҡ менән осрашырға ризалашты. Юл эшләүҙең бер-нисә юлын күрәм ,тине ул. Ике ауыл араһындағы юлды эшләү өсөн генә 12 млндан алып 14 млнға тиклем аҡса кәрәк буласағын да һыҙыҡ өҫтөнә алды башлыҡ, тик шулай ҙа юлдарҙың ҡасан әҙер булырын аныҡ ҡына әйтә алманы. Ауыл халҡы борсолған һорауҙарға ла тиҙ генә яуап тапты. Күтән бирелгән яуапҡа халыҡ әле лә теүәл генә яуап ала алманы. Юлға ҡағылышлы ығы-зығы тағы ла нисә йыл дауам итер әлегә билдәһеҙ. Яҙлы — көҙлө был ауылда юлдар бөтөнләй юғала, ямғыр яуһа йәйен дә йөрөрлөк булмай... Шуға күрә һәр кем үҙ йүнен үҙе күрә, бөтә ауыл тиерлек бына ошондай автомобилдәргә ултырып бөткән...
Яҙлы-көҙлө - юлһыҙ
Тулыраҡ: Яҙлы-көҙлө - юлһыҙ