Уңайһыҙ мөхит

Тулыраҡ: Уңайһыҙ мөхит

Өфөлә физик мөмкинлектәре сикләнгән балаһы менән әсә ер аҫты үткәүелендә ҡолаған. Пандус ныҡ текә булыу сәбәпле, ҡатын инвалид коляскаһы менән бергә түбәнгә ҡарай тәгәрәй. Һөҙөмтәлә ул төрлө тән йәрәхәттәре алған. Өфөнөң Аграр университеты янындағы ер аҫты үткәүелендәге пандустар заманса талаптарға ярашһыҙ төҙөлгән. Балалар коляскаһы һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн текә пандустар үтергә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Регина Сафронованың 10 йәшлек улы балалар церебраль фалижы менән ауырый. Бала, тәү ҡарашҡа зыян күрмәгән, ә әсәһенең бите һәм аяҡтары йәрәхәтләнгән. Нормативтарға ярашлы, пандустың текәлеге 8%-тан ашмаҫҡа тейеш. Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар социаль инфраструктура объекттарына үтә алмау, йәмәғәт транспорттарында йөрөй алмау оҙаҡ йылдар дауамында актуаль проблема булып ҡала. Республикала мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн ҡуйылған пандустарҙың һәр икенсеһе талаптарға яуап бирмәй. Мәҫәлән, Өфөнөң “Үҫмерҙәр китапханаһы” туҡталышында янындағы ер аҫты үткәүелендә 2013 йылда ҡуйылған күтәрелмәле платформа бер-нисә көн эшләгәндән һуң эшлектән сыға. Әле Өфөлә физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн “Дан бульвары” туҡталышындағы ер аҫты үткәүеле генә заманса талаптарға ярашлы төҙөлгән. Баш ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығынан белдереүҙәренсә, киләсәктә ер аҫты үткәүелдәрен реконструкциялау ҡаралған. Тик эштәр ҡасан башланыр уныһы әле билдәһеҙ. Сер түгел, мөмкинлектәре сикләнгән байтаҡ замандаштарыбыҙ өйҙән сыҡмай ултырырға мәжбүр, сөнки улар өсөн уңайлы шарттар юҡ. Баҫҡыстан йөрөй алмаған инвалидтарға үҙ йорттарында пандустар урынлаштырыу өсөн әллә күпме ойошмалар ишеген шаҡырға тура килә.