Сипайлово биҫтәһенең 13-сө спорт мәктәбендә үҙенсәлекле акция үтте. “Алиса” гандбол клубы ҡыҙҙары ошо мәктәптә шөғөлләнеүсе “Сәләмәтлек” төркөмө ветерандары өсөн иртәнге зарядка үткәрҙе. Сара сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә ойошторолдо. “Алиса” спорт мәктәбенең “Сәләмәтлек” төркөмө 2012 йылдан бирле эшләй. Бында хаҡлы ялға сыҡҡан төрлө йәштәге инәйҙәр шөғөлләнә. Иң йәшенә 60 йәш булһа, иң оло инәй оҙаҡламай 90 йәшен ҡаршылай. Физик әҙерлек дәрестәре аҙнаһына 3 тапҡыр үтә. Ҡалған көндәрҙә скандинавса атлау, бейеү, башҡа спорт һәм мәҙәни саралар уҙғарыла. Физик әүҙемлек йәшәтә лә, йәшәртә ти “Сәләмәтлек” төрөмө инәйҙәре. Оҙон ғүмерлелек сере — хәрәкәттә, тигән фекерҙә улар. “Сәләмәтлек” төркөмөндә 40-ҡа яҡын кеше шөғөлләнә. “Алиса” мәктәбе тренерҙары оло быуын кешеләре өсөн ошондай акцияларҙы йыл дауамында ойоштора. Төп маҡсат — ауырыуҙарҙы иҫкәртеп, сәләмәтлекте нығытыуға, дөйөм организмды сыныҡтырыуға йүнәлтелгән.
Физик әүҙемлек йәшәтә лә, йәшәртә
Тулыраҡ: Физик әүҙемлек йәшәтә лә, йәшәртә