Бөгөн Өфөлә Әй һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә бер-нисә машина ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә Әй һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә бер-нисә машина ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 14-се модель ВАЗ ҡаршы яҡ юлға сығып Тойота Авенсис менән бәрелешкән. Ул шул тиклем көслө була, ВАЗ хатта юл ситендәге ҡоймаға барып төкөлә. Тойотаға иһә ауыр йөк машинаһы килеп бәрелә. Әлегә һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында тулы мәғлүмәт юҡ. Авария сәбәпле тығындар барлыҡҡа килде.М5 юлында бөгөн Шевроле Нива водителе руль артында йоҡлап китеп юл ситенә ремонтҡа туҡталған Вольво йөк машинаһына бәрелгән.