Ҡушма Штаттар Ирандың баллистик ракеталарға һынау үткәреүенә борсолоу белдерҙе. Америка вәкиле был мәсьәлне Берләшкән Милләттәр ойошмаһыныү именлек советы ултырышында к-тәреп сығырға ниәтләй. Ракеталар Ирандың төрлө райондарынан ер аҫтынан ососролған.
Төркиәнең сик һаҡсылар Сүриә ҡасаҡтарын атып үлтергән. Сүриә табиптары көн һайын сик буйында урынлашҡан дауаханаларға яраланған 2-3 кеше килеүе тураһында хәбәр итә. Амнести Интернашионал халыҡ-ара ойошмаһы Төркиәнең именлек көстәре балаларға ҡарата ут асыуҙан да тартынмай тип белдерә.
Сербия хөкүмәте һыу баҫыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан итте. Туҡтауһыҙ яуған ямғыр сәбәпле йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Электр менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар бар. Юлдар ябылған.
Яҡутияла ҡар таҙартыусылар биш ҡатлы йорт башынан осоп төшкән. Был кадрҙарҙы шаһиттар телефонға төшөрөп алған. Ике егет ҡыйыҡтағы тимер торбаларға тотоноп өлгөргән. Өсөнсөһө иһә көрткә килеп төшөп аяғын һындырған.